Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ноябрь 2019, 17:51

Урал батыр вариҫтары

«Урал батыр” эпосы - халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы, быуындан-быуынға тапшырылып килеүсе хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ошо көндәрҙә ҡалала эпосты яттан һөйләү буйынса конкурс уҙҙы.

«Урал батыр” эпосы - халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы, быуындан-быуынға тапшырылып килеүсе хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.

Ошо көндәрҙә ҡалала эпосты яттан һөйләү буйынса конкурс уҙҙы. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, уны йәш быуындарға тапшырыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған конкурста район һәм ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Йәш сәсәндәр мәшһүр эпосты башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яңғыратты. Был мәртәбәле сара кескәйҙәрҙең һәм тәрбиәселәрҙең ентекле әҙерлеген, мәшһүр эпос менән ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәтте.

Башҡарыу оҫталығына, тасуири уҡыуға ҙур иғтибар бирелгән конкурс рух күтәренкелегендә үтте. Юғары әҙерлек, оҫталыҡ һалып башҡарылған сығыштар жюри ағзаларының ғәҙел баһаһын алды. Эпосты башҡорт телендә яттан һөйләүселәр араһында 15-се «Гүзәл» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Самир Латипов һәм 2-се «Дельфин» балалар баҡсаһынан Байрас Илмөхәмәтов, урыҫ телендә сығыш яһаған кескәйҙәрҙән 21-се «Золушка» балалар баҡсаһы тәриәләнеүселәре София Колесникова, Ульяна Романова, 19-сы «Сулпан» балалар баҡсаһынан Сабина Хәмиҙуллина 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

«Юғары башҡарыу оҫталығы» номинацияһында Маҡтау грамоталары менән Сабина Барлыбаева, Никита Плеханов, Даниил Байдимиров, Камилла Үҙәнбаева, Әминә Усманова, Мария Калабугина, Карина Ишҡолова, Сафина Кәримова, София Елисеева, Иван Васин, София Шәкүрова, Малик Байгилдин, Рәмил Арыҫланов, Ярослав Федосеев, Денис Алексеев, Денис Йәнбирҙин, Родион Иҙрисов, Ильяс Шәрипов бүләкләнде.

Изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, йәшәү мәғәнәһе, батырлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр һалынған хазинабыҙ менән ҡыҙыҡһыныусы, уны башҡаларға еткереүсе рухлы балалар, Урал батыр вариҫтары - милләтебеҙ киләсәге ул.