Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2020, 18:52
Һуңғы ҡыңғырау - электрон вариантта
Быйыл Һуңғы ҡыңғырау электрон вариантта үтә. Мәктәптәр флешмоб һәм башҡа саралар үткәрә.Сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аттестат бирелә, ә билдәләр йыл дауамында күрһәткән белемгә ҡарап ҡуйыла.
Яҙ уҡыусылар өсөн Һуңғы ҡыңғырау, имтихандары менән иҫтәлекле. Әҙерлек осоро, саралар тулҡынландырһа ла, иң матур тәьҫораттар ғүмерлеккә иҫтә ҡала. Быйыл Һуңғы ҡыңғырау электрон вариантта үтә. Мәктәптәр флешмоб һәм башҡа саралар үткәрә.
Имтихандарға килгәндә Рәсәй Президенты Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын башларға тәҡдим итте. Мәктәптәр сығарылыш уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнергә ситтән тороп ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне етәксе. Быйыл сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аттестат бирелә, ә Берҙәм дәүләт имтиханын мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына тапшыра. Вуздарға ҡабул итеү августа берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нигеҙендә үткәрелә. Ғариза электрон документ формаһында ҡабул ителә. Июндә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмағандар уны августа юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға бирә һәм сентябрҙә уҡый башлай ала. Шулай уҡ быйылғы сығарылыш уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алыу кисектерелә.
Фото интернеттан.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит