Конгэк
-26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ноябрь 2020, 13:20

Заманса үҙәк уҡыусыларға яңы мөмкинлектәр асты

Уҡыу йылы башында Нордовка урта мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. “Үҫеш нөктәһе” тип аталған был проектты ғәмәлгә ашырыуға федераль ҡаҙнанан субсидия бүленде.

Уҡыу йылы башында Нордовка урта мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. “Үҫеш нөктәһе” тип аталған был проектты ғәмәлгә ашырыуға федераль ҡаҙнанан субсидия бүленде.
Заманса белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге тураһында мәктәп директоры Рәшит Улиәхмәтов таныштырҙы.
- “Үҫеш нөктәһе” проектына ярашлы, ике кабинет заманса ремонтланып, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Уның береһе йәш быуындың проектлау эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелһә, икенсеһендә йәмғиәтте өйрәнеү фәне, информатика һәм хеҙмәт дәрестәре алып барыла. Проект сиктәрендә үҙәктәр ноутбук, 3Д-принтер, квадрокоптер, виртуаль герметик шлем, “Лего” комплекттары, манекендар, шахмат зонаһы һәм башҡа яңыса белем биреү йыһаздары менән тәьмин ителде.
Быларҙың барыһы ла ауыл мәктәбендә уҡыған уҡыусыларға сифатлы белем биреү, һәләтен асыу һәм уны артабан үҫтереү маҡсаты менән булдырылған. “Үҫеш нөктәһе”, ысын мәғәнәһендә, балаларға, шулай уҡ педагогтарға ҙур мөмкинлектәр асты. Үҙәк етәкселәре һанлы технология буйынса махсус курс үтте. Бынан тыш, ҡаланың йәш техниктар станцияһы һәм “Ижад” үҙәге менән хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөнөк. Яңы ҡорамалдары, логотибы, заманса ремонтланған кабинеттары менән уҡыусыларҙың, педагогтарҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә иғтибарын йәлеп иткән “Үҫеш нөктәһе”мәктәптең визит картаһына әйләнде лә инде, - ти Рәшит Ғиниәт улы.
Читайте нас в