Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март 2021, 10:30

Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

БДИ-ға әҙерләнеү менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште алып ташлау, йәмәғәтселекте уны үткәреү барышы менән таныштырыу маҡсатында Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт йыл һайын «Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы ойоштора. Унда мәләүездәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл был сара 27 мартта 4-се мәктәптә үтә.

Имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн сығарылыш уҡыусыларының белеме генә түгел, уларҙың кәйефе лә, һаулыҡ һәм күңел торошо ла, үҙ көсөнә ышаныу тойғоһо ла ҙур роль уйнай. Был тәңгәлдә ата-әсәләрҙең балаһын аңлауы, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүе, шарттар булдырыуы бик мөһим. БДИ-ға әҙерләнеү менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште алып ташлау, йәмәғәтселекте уны үткәреү барышы менән таныштырыу маҡсатында Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт йыл һайын «Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы ойоштора. Унда мәләүездәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл был сара 27 мартта 4-се мәктәптә үтә.
Уның барышында ата-әсәләр паспорт, металл детектор тикшереүен үтеү, класҡа инеп бланк тултырыу, мәсьәлә сисеү кеүек имтихандың бөтә этабын да үтә. Имтихан үткәреү пункттарында яңы коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары ойошторолоуын, материалдар нисек баҫылғанын һәм эшкәртелеүен күрәсәк. Һынау тамамланғас, бирелгән критерийҙар буйынса үҙҙәренең эшен тикшерә, баһалай аласаҡ. Аҙаҡ тамаша залында сараға йомғаҡ яһала, ата-әсәләр үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешә, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирә ала.
Әгәр ҙә акцияла ҡатнашырға теләһәгеҙ, 25 мартҡа тиклем балағыҙ уҡыған мәктәпкә йәки мәғариф идаралығына 8(34764) 3-12-82 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: