Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Март 2021, 14:41

Башҡорт тҽлҽн цифрлаштырыуҙың өсөнсө этабы башланды

Бөгөндән башлап беҙ башҡорт телен цифрлаштырыу эшенең өсөнсө этабын башланыҡ. Был этапта беҙ бирелгән тексты уҡып, тауышыбыҙҙы яҙҙырырға тейешбеҙ. Беҙгә бөтәһе 10'000 сәғәт яҙҙырыр кәрәк...

Бөгөндән башлап беҙ башҡорт телен цифрлаштырыу эшенең өсөнсө этабын башланыҡ. Был этапта беҙ бирелгән тексты уҡып, тауышыбыҙҙы яҙҙырырға тейешбеҙ. Беҙгә бөтәһе 10'000 сәғәт яҙҙырыр кәрәк. Йәғни 6'600'000 һөйләм уҡылырға тейеш тип һанап сығарҙыҡ. Был бер яҡтан бик күп күренә. Әммә, күмәкләгән - яу ҡайтарған тиҙәр.
1 кешегә - 10'000 сәғәт,
10 кешегә - 1000 сәғәт,
100 кешегә - 100 сәғәт,
1000 кешегә - 10 сәғәт,
10'000 кешегә - 1 сәғәт кенә текст уҡырға кәрәк.
Шунлыҡтан был проекта күпме кеше күберәк ҡатнаша, шул тиклем тиҙерәк осона сығабыҙ. Беҙгә ҡушылығыҙ һәм бөтә таныштарығыҙ араһында был һылтанманы таратышырға ярҙам итегеҙ https://commonvoice.mozilla.org/ba/speak
Күберәк мәғлүмәтте беҙҙең ВК битендә уҡый алаһығыҙ: https://vk.com/bashkort_voice
Читайте нас: