Конгэк
+15 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Март , 08:45

“Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәр ярышты

Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан “Урал батыр” эпосы буйынса конкурстың муниципаль туры быйыл онлайн-режимда уҙҙы. Был мәғариф сараһының төп шарттарының береһе - эпосты яттан һөйләү. Йәш сәсәндәр был һынауҙы уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм тиҫтерҙәре алдында сығыш яһап, үҙҙәренең телмәр мәҙәниәтен, хәтеренең яҡшы булыуын, шулай уҡ артислыҡ оҫталығын күрһәтә алды. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урын алыусылар ике төркөмдә билдәләнде.

Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан “Урал батыр” эпосы буйынса конкурстың муниципаль туры быйыл онлайн-режимда уҙҙы.
Был мәғариф сараһының төп шарттарының береһе - эпосты яттан һөйләү. Йәш сәсәндәр был һынауҙы уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм тиҫтерҙәре алдында сығыш яһап, үҙҙәренең телмәр мәҙәниәтен, хәтеренең яҡшы булыуын, шулай уҡ артислыҡ оҫталығын күрһәтә алды. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урын алыусылар ике төркөмдә билдәләнде.
Шулай итеп, 1-4-се класс уҡыусылары араһында конкурстың бөтә шартын теүәл үтәп, Гөлзада Зәйнәғәбдинова еңеүсе исемен яуланы. Икенсе урынға Сафина Кәримова (икеһе лә 8-се мәктәптән, уҡытыусыһы Г.Р. Рәхмәтуллина) лайыҡ булды. Ислам Килмөхәмәтов та (4-се мәктәп, уҡытыусыһы Р.Г. Ниғмәтуллина) икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынды өс уҡыусы алды: Байрас Илмөхәмәтов (3-сө гимназия, уҡытыусыһы Ф.К. Морозова), Адель Шаһманова (6-сы лицей, уҡытыусыһы Г.Н. Татлыбаева), Камилла Йәрмөхәмәтова (8-се мәктәп, уҡытыусыһы Г.Р. Рәхмәтуллина).
5-11-се класс уҡыусылары араһында Нәфисә Ғәббәсоваға (9-сы гимназия) етеүсе булманы. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Айнур Юлдыбаев (5-се мәктәп, уҡытыусыһы Н.Ғ. Ишмөхәмәтова), Рафаэль Зәйнәғәбдинов (8-се мәктәп, уҡытыусыһы Г.Р. Рәхмәтуллина), Илфир Ҡамбулатов (Һарыш, уҡытыусыһы З.М. Бикиева), Хәкимә Яҡшыева (Нөгөш, уҡытыусыһы М.Д. Яманһарина) яуланы.