Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2021, 17:25

Белем биреү сифатын күтәрергә

“Торатау” Конгресс-холында “Үргә ос!” III мәғариф форумы үтте. Унда беҙҙең райондан мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, бүлек начальнигы Наталья Федорова, методист Вилиә Фәхретдинова, уҡыу йорттары директорҙары Ләлә Рафиҡова, Александр Шадрин, Александр Батов ҡатнашты.Мәғариф форумын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты, алдынғы педагогия хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Беҙҙең ҡаланан 1-се гимназияның башланғыс класс уҡытыусыһы Ирина Козина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

“Торатау” Конгресс-холында “Үргә ос!” III мәғариф форумы үтте. Унда беҙҙең райондан мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, бүлек начальнигы Наталья Федорова, методист Вилиә Фәхретдинова, уҡыу йорттары директорҙары Ләлә Рафиҡова, Александр Шадрин, Александр Батов ҡатнашты.
Мәғариф форумын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты, алдынғы педагогия хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Беҙҙең ҡаланан 1-се гимназияның башланғыс класс уҡытыусыһы Ирина Козина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
Сарала ҡатнашыусылар уҡытыуҙың заманса технологиялары тураһында бай күргәҙмә менән танышты. Унда төрлө ойошмалар белем биреү ҡорамалдарының һәм сараларының өр-яңы өлгөләрен тәҡдим итте. Дискуссия майҙансыҡтарында эшләгәндән һуң, уның йомғаҡтары, фекер алышыу барышында барлыҡҡа килгән тәҡдимдәрҙең барыһы ла пленар ултырышта яңғыраны.
Ултырыш модераторы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов “Мәғариф” милли проектының төп идеяһын иҫкә алып: “Рәсәй мәктәбе 2024 йылға донъя мәғариф системаһының иң яҡшы унау иҫәбенә инһен өсөн уҡытыуҙың сифатын күтәрергә кәрәк”, - тине.
Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү сифатын баһалауҙың төбәк системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе билдәләп үтте. Был майҙан баланың өлгәшен, хәүефһеҙлеген һәм туҡланыу сифатын мониторлау, фекер алышыу урыны буласаҡ. Тармаҡ етәксеһе “Селтәрле мәктәп” проекты менән таныштырҙы. Бында һүҙ алдынғы белем биреү учреждениелары нигеҙендә көслө педагогия кадрҙарын туплап, мәғариф майҙансығы булдырыу тураһында барҙы.
Форум сиктәрендә тағы йәш быуынға сифатлы өҫтәмә белем һәм дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү, уларҙы конкурент һәләтле һәм яңы үҙгәрештәргә әҙер булырға өйрәтеү буйынса бурыстар яңғыраны.
Читайте нас: