Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2021, 11:00

24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.24 апрель сәғәт ун берҙә (Өфө ваҡыты менән 11:00) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «YouTube» видеохостингында диктант башлана.

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.

24 апрель сәғәт ун берҙә (Өфө ваҡыты менән 11:00) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «YouTube» видеохостингында диктант башлана:

— сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
— сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
— сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Оффлайн форматта укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, йәмәғәт ойошмалар офистарында һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бар.
Читайте нас: