Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2021, 14:10

Мәктәптәр ярышты

Уҡыусылар мәктәптә алған белемен кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса ярышта һынаны.

Республика мәктәптәрендә «Мәғариф» милли проектына ярашлы асылған «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре эшләп килә. Улар 3D-принтерҙар, интерактив комплекстар, «Лего» конструкторҙары, кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн манекендар менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ шахмат залдары ла бар.
Первомай урта белем биреү мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» 2019 йылда асылған.
Мәктәп директоры Лилиә Хәйбуллина һәм үҙәк етәксеһе Елена Тутаева әйтеүенсә, заманса йыһазландырылған үҙәк балаларҙың яратҡан урынына әйләнеп өлгөргән. Унда дәрестәрҙән тыш төрлө саралар, ярыштар ойошторола.
Уҙған аҙнала үҙәктә кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү һәм шахмат уйыны буйынса ярыштар уҙҙы. Унда Первомай, Ергән, Һарыш, Нордовка, Вокресенск мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса ярышта Первомай мәктәбе беренсе урын яулаһа, икенсе урынды Һарыш һәм өсөнсө урынды Нордовка мәктәптәре бүлеште.
Шахмат уйынында беренселекте Һарыш мәктәбе алды, Ергән икенсе, Первомай өсөнсө урын яуланы.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусыларға диплом һәм сертификаттар тапшырылды.
Читайте нас: