Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2021, 10:40

Алда - үҙ аллы тормош...

Һуңғы ҡыңғырау менән мәктәп тормошо тамамлана. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы үҙенең сығарылыш уҡыусыларын оҙата. Быйыл беҙҙең мәктәпте аҡыллы, матур, спорт һәм тормош яратҡан 28 ҡыҙ һәм егет тамамлай. Улар араһында ете муниципаль олимпиада еңеүсеһе һәм призеры, туғыҙ уҡыу алдынғыһы, “Тере классика” бөтә Рәсәй конкурсының төбәк (Камилә Төхвәтуллина), Гагарин кубогына физика буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы (Инсаф Таһиров), “Туҡай моңдары” (Азалия Мөхәмәтшина) республика конкурсы, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса Аҡмулла олимпиадаһы (Гөлназ Хәлитова һәм Аделина Ғиззәтуллина) еңеүселәре, маҡтаулы урын алыусылары бар.

Мәктәп нимәнән башлана? Уҡытыусынан, әлбиттә! Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең беренсе уҡытыусыларын Миңзәлә Кәримованы, Зимфира Кинйәбаеваны хөрмәт менән иҫкә ала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең байлығын, матурлығын асҡаны өсөн Фирҙәүес Шәйәхмәтоваға, тигеҙләмәләр, функциялар, интегралдар донъяһына әйҙәгәненә Шәмғиә Ғүмәроваға, Фәүриә Ғәлиеваға, Әлфиә Абдрафиҡоваға, физикалағы асыштар, компьютер менән дуҫлаштырғаны өсөн Гөлнара Сазанбаеваға, Зилә Әлмөхәмәтоваға, инглиз теленән белем биргәненә Регина Кожевниковаға, тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ хаҡында аңлатҡан Гөлназ Ишбаеваға, химия, биология, география фәненә ғашиҡ иттергәне өсөн Илмира Кәлимуллинаға, Хәлиҙә Ильясоваға, Сәрбиназ Булғаҡоваға, ҡыйыулыҡ дәрестәре, тормош һабаҡтары өсөн Илгиз Байгилдинға һәм Рәшиҙә Мәһәҙиеваға рәхмәтле.
11-се “а” класын спортсы һәм бейеүсе тип беләләр. Был осраҡлы ғына түгел, бер нисә йыл дауамында гимназияла уларға тиң булманы. Улар волейбол буйынса мәктәптең йыйылма командаһында ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны. Гөлдәриә Йосопова спорттың ошо төрөндә беренсе үҫмерҙәр разрядын яуланы. Ул шулай уҡ муниципаль ярыш һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы волейбол уйнаусы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
Сығарылыш уҡыусылары ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашты. Быйыл ярты класс ошо һынауҙы үтте, етеһе ГТО-ның алтын билдәһен алды. Бында физик культура уҡытыусыһы Айнур Хисаметдиновтың роле бик ҙур.
Ата-әсәләр һәм балалар бөгөн шулай уҡ гимназия директоры Ләлә Рафиҡоваға, уның урынбаҫарҙары Айгөл Төхвәтуллинаға, Юлиә Исмәғилеваға, Илмира Кәлимуллинаға төрлө яҡлап ярҙам иткәне, хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерә.
Мин дә уҡыусыларыма уҡытыусы тормошомда булғаны, ата-әсәләргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙғаны, аңлағаны, кешелеклелеге өсөн рәхмәтлемен! Уларға оло тормош юлында тик изгелекле кешеләр генә осрап тороуын теләйем. Хәйерле юл!
Альбина КУДРЯВЦЕВА, класс етәксеһе.
Читайте нас: