Конгэк
+16 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май , 12:30

Колледждың юбилейына саҡырабыҙ

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри колледжына (элекке механика-технология техникумы) 60 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы 4 июндә ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтәсәк. Байрамға әҙерлек нисек бара? Унда ниндәй саралар планлаштырылған? Ошолар менән һөнәри белем биреү учреждениеһы директоры Рита Мәҙәрик ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА таныштыра.

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри колледжына (элекке механика-технология техникумы) 60 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы 4 июндә ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтәсәк. Байрамға әҙерлек нисек бара? Унда ниндәй саралар планлаштырылған? Ошолар менән һөнәри белем биреү учреждениеһы директоры Рита Мәҙәрик ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА таныштыра.
- Эйе, беҙҙең уҡыу йорто 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Әлеге ваҡытта әҙерлек һәм ойоштороу эштәренең иң ҡыҙыу мәле. Байрамға техникумды төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш студенттары, ҡасандыр унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр, ветеран уҡытыусылар саҡырылды. Шулай уҡ беҙҙең колледж эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан ҡунаҡтар көтөлә.
Белем биреү учреждениеһының тарихын ҡала, республиканыҡынан айырып ҡарап булмай. Билдәле булыуынса, 60-сы йылдарҙа илебеҙ аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Бына шул маҡсатта барлыҡҡа килә Күмертау тау-механика техникумының Мәләүез филиалы. Ул үҙенең ишеген беренсе тапҡыр 1961 йылдың 5 майында аса.
1966 йылда беренсе сығарылыш була, шулай йылдан-йыл студенттар һаны арта, яңынан-яңы һөнәрҙәр асыла. Алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған етәкселәр тарафынан техникум да даими рәүештә үҙгәреш кисерә. 2015 йылда колледж составына быйыл 65 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Маяҡ һәм шулай уҡ Мораҡ филиалдары инде. Байрам сараһында уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләнәсәк.
Ғөмүмән, белем биреү учреждениеһының ғорурланырлыҡ уңыштары байтаҡ. Ул төп бурысын, йәғни квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе лайыҡлы алып бара. Бөгөн колледжда 1000-дән ашыу студент уҡый. Коллектив халыҡ-ара стандарт буйынса үткәрелгән WorldSkills, Абилимпикс хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнаша. Беҙҙә “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатур эштәре”, “Бухгалтер иҫәбе”, “Умартасылыҡ” компетенциялары буйынса майҙансыҡтар эшләй. Уҡыусылар үҙенең белемдәрен төрлө конкурстарҙа ҡуллана һәм йылдан-йыл юғары уңыштар яулай.
Юбилей тантанаһы йылы хәтирәләргә, матур иҫтәлектәргә бирелергә, уҡыу йортоноң бөгөнгө эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары менән танышырға, тәжрибә уртаҡлашырға, киләсәккә маҡсаттар билдәләргә булышлыҡ итер, тип уйлайбыҙ.