Конгэк
+15 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июнь , 09:35

Һаумы, йәй, төклө аяғың менән!

Иштуған ауылында балалар һабантуйы шаулап-гөрләп үтте. Унда килгән ҡунаҡтар, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Сара балаларҙы ҡотлап, изге теләктәр теләүҙән башланып китте.

Иштуған ауылында балалар һабантуйы шаулап-гөрләп үтте. Унда килгән ҡунаҡтар, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Сара балаларҙы ҡотлап, изге теләктәр теләүҙән башланып китте.
Байрамға килеүселәр китапханасы әҙерләгән ҡыҙыҡлы йомаҡтарға, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, "Бала саҡ илендә" исемле китап күргәҙмәһе менән танышты. Кескәй дуҫтарыбыҙ шиғыр һөйләне, йырлап - бейеп күңел асты. Артабан төрлө уйындар ойошторолдо. Үҫмерҙәр көрәш майҙанында көс һынашты, тоҡ менән һуғышты. Ә бына уҡ менән мәргәнлектә ярышта һәм арҡан тартыуҙа ҡыҙҙар ҙа алдынғылыҡты бирмәне. Уйын һуңынан түңәрәк өҫтәл артында тәмлекәстәр менән һыйландылар, сәй эстеләр. Һәр ҡатнашыусыға бағыусылар ярҙамы менән алынған бәләкәй генә бүләктәр тапшырылды.
Ойоштороусылар исеменән сараны үткәреүҙә ярҙам иткән ауыл хакимиәтенә һәм шәхсән Ринат Рафиҡ улы Әлмөхәмәтовҡа, шәхси эшҡыуар Зифа Хөрмәт ҡыҙы Камалетдиноваға, килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Гөлназ СОЛТАНҒОЛОВА.