Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь 2021, 13:15

"Йәйләү" эш башланы

Ошо көндәрҙә Смаҡ мәктәбендә балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, уларға өҫтәмә белем биреү йүнәлешендә эшләгән «Йәйләү» лагеры асылды.

Республикала үҫеп килеүсе быуындың йәйге ялын ойоштороу юғары кимәлдә. Ошо көндәрҙә Смаҡ мәктәбендә балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, уларға өҫтәмә белем биреү йүнәлешендә эшләгән «Йәйләү» лагеры асылды. Уның төп маҡсаты - киләсәк быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү. Лагерь отрядтарға түгел, ә Тамъян, Үҫәргән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарына бүленеп эшләй һәм балалар үҙ ырыуының тарихын, билдәле шәхестәрен, боронғо шөғөлдәрен өйрәнә. Унда бөтәһе 45 бала физик һәм рухи сәләмәтлеген нығытасаҡ. Улар менән тәжрибәле педагогтар шөғөлләнә.
«Йәйләү»ҙе асыу тантанаһы - лагерҙы асыу, беренсе класҡа барасаҡ кескәйҙәр өсөн асыҡ ишектәр көнө һәм һабантуй байрамы бергә уҙҙы. Сарала район мәғариф бүлеге методисы Вилиә Фәхретдинова, райондың «Яугир» ойошмаһы рәйесе Илһам Яҡупов, әүҙем йәмәғәтсе Фәнис Бикташев, Смаҡ ауылы ағинәйе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ғәлиә Татлыбаева, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов әйтеүенсә, балалар өсөн ойошторолған сараға урындағы эшҡыуарҙар ярҙам күрһәткән.
Байрам сараһында уҡыусылар милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, уҡ атыуҙа һәм башҡа бик күп сәмле ярыштарҙа көс һынашты.
Читайте нас: