Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь , 03:15

Белемле йәштәргә юл асыҡ

Өфө дәүләт нефть техник университетында иң яҡшы өлгәшле студенттар 100 мең һумға саҡлы стипендия ала, ә Башҡорт дәүләт университетында бындай стипендия 50 мең һумға етә. Нефть университетында шулай уҡ йәш ғаиләләр өсөн ипотеканы субсидиялау мөмкинлеген дә ҡарайҙар.

Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарына 13 162 студент ҡабул ителә. "Тәүге сиратта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына иң һәләтле йәштәр – йөҙ балл йыйыусылар, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы “Өҫтөнлөк-2030” программаһына старт бирҙе, ул алдағы ун йылда илдең ғилми-мәғариф ландшафтын үҙгәртәсәк. "Башҡортостан университеттарының ошо проектта еңгәндәр исемлегенә эләгеүе – төбәк етәкселегенең стратегик бурысы", – тине Александр Сидякин. БДИ буйынса барлыҡ һөҙөмтәләр 5 июлгә билдәле буласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, мәктәп тамамлаған 87 егет һәм ҡыҙ 100 балл алыуға ирешкән. Университет ректорҙары шуны хәтергә төшөрҙө: Өфө дәүләт нефть техник университетында иң яҡшы өлгәшле студенттар 100 мең һумға саҡлы стипендия ала, ә Башҡорт дәүләт университетында бындай стипендия 50 мең һумға етә. Нефть университетында шулай уҡ йәш ғаиләләр өсөн ипотеканы субсидиялау мөмкинлеге дә ҡарала.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова