Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июль 2021, 16:10

Рәхәтләнеп ял итте балалар

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының “Пионер” көндөҙгө лагерында балалар каникулын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрҙе. Тәмле аштар, мауыҡтырғыс мәҙәни һәм спорт саралары, төрлө уйындар - барыһы ла оҡшаны уларға. Ә иң мөһиме – үҫмерҙәр яңы дуҫтар тапты, рәхәтләнеп аралашты. Улар үҙҙәре лә был турала ҙур кинәнес менән һөйләй, һылтанма буйынса инеп уларҙың фекерҙәре менән танышығыҙ.

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының “Пионер” көндөҙгө лагерында балалар каникулын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрҙе. Тәмле аштар, мауыҡтырғыс мәҙәни һәм спорт саралары, төрлө уйындар барыһы ла оҡшаны уларға. Ә иң мөһиме – үҫмерҙәр яңы дуҫтар тапты, рәхәтләнеп аралашты. Улар үҙҙәре лә был турала ҙур кинәнес менән һөйләй.
Самира Мусина:
  • Миңә ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу, төрлө спорт саралары оҡшаны. Айырыуса “Ҡыҙылы футбол” иҫтә ҡалды. Ихтирамлы, иғтибарлы, хәстәрлекле мөнәсәбәттәре өсөн лагерь хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт.
  • Самир Латипов:
    • Лагерҙа ысын-ысынлап ял иттем, үҙемә төрлө асыштар яһаным. Тәьҫораттарҙы ике-өс һөйләмдә әйтеп бөтөрлөк тә түгел – барыһы ла шәп булды!
    • Анастасия Акушева:
      • Бик күңелле булды. Вожатый һәм етәкселәр һәр көнөбөҙҙө байрам яһарға тырышты. Ашнаҡсылар тәмле-тәмле аштар менән һыйланы. Бында тағы ла ял итергә килер инем.
      • Софья Шәйхлисламова:
        • Әлеге ҡатмарлы эпидемиология шарттарында балаларға онолмаҫлыҡ ял бүләк иткәндәре өсөн өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы директоры Рөстәм Рауил улы Якиевҡа, лагерь начальнигы Юлия Викторовна Воробьёваға, 21 көн буйы арымай-талмай мауыҡтырғыс саралар ойошторған, тәрбиә эше алып барған педагогтар Гүзәл Миңлевәли ҡыҙы Асҡарова һәм Әлиә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы Яруллинаға һәм бар хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Беҙгә, атай-әсәйҙәргә, ғәзиздәребеҙҙең йылы һүҙҙәрен ишетеү һәм ҡәнәғәт йөҙҙәрен күреү – оло ҡыуаныс. Уларҙың Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәре, фотоһүрәттәре – ҙур йыуаныс.
        • Ләйсән Фәйзуллина.
          Автор:Aйзиряк Ишбулатова
          Читайте нас: