Йомарт йәйҙең йәмле көндәренең береһендә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы Малабаеваны күптәр алдынғы ҡарашлы педагог, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының тәүге директоры, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре һәм нәзәкәтле ханым тип кенә беләлер. Ә мин уның туған йәнле апай, йомшаҡ күңелле инәй, уңған хужабикә, ярҙамсыл әхирәт, аҡыллы кәңәшсе, олоһона-кесеһенә иғтибарлы, ихтирамлы һәм күңел донъяһы ғәләмәт бай кеше булараҡ һөйләгем килә.
Тәнзилә апайыбыҙҙың беҙгә, яҡындарына, туған-тыумасаһына ҡылған изгелеген һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел һымаҡ. Ярҙамға, иғтибарға, кәңәшкә, йылы һүҙгә иң мохтаж сағыбыҙҙа тормошобоҙ юлы уның менән киҫешә. Һәр хәлдә миңә шулай тойола. Әллә ул белеп беҙҙең һуҡмаҡҡа сыға, әллә яҙмыш үҙе шулай осраштыра ине...
Йәшәргә урын булмағанда Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы мине үҙенә һыйындырҙы. Мәктәптә эше тынғыһыҙ, үҙенең иңендә нисәмә йөҙ кешегә яуаплылыҡ тойғоһон йөрөтөүенә ҡарамаҫтан, туғандарына иҫ киткес иғтибарлы булды. Миңә генә түгел, килгән һәр кемгә йөҙө асыҡ ине, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте.
Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй хужабикә булыуы уның кухняһынан беленә тигән һынау бар. Тәнзилә апайҙың аш бүлмәһенә инеү менән күҙгә бөхтәлек, таҙалыҡ, бөтә нәмәнең үҙ урынында икәнлеген күрәһең. Былар инде туранан-тура уның уңғанлығын, зауыҡлылығын, бешеренеүгә оҫталығын күрһәтә. Айырыуса үҙебеҙҙең милли аштарға өҫтөнлөк бирә ул. Бергә йәшәгән йылдарҙа ауыҙ иткән ризыҡтарын әле булһа һағынып иҫкә алам. Ғөмүмән, апайымдан байтаҡ тормош һабағы алдым тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Эште бәләкәйе-ҙурына айырмай, бөтә нәмәне еренә еткереп эшләһәң генә күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо барлыҡҡа килеүен аңланым. Ул нимәгә генә тотонһа ла бар булмышын һалыуын, шуға ла бөтә эше уңышлы килеп сығыуын күрҙем.
Тағы ла уның таң һарыһынан тороуына һоҡлана инем. Эшкә киткәнсе иҙәнен йыуып, өйөн йыйыштырып, ашарға бешереп китә. Был мәшәҡәттәрҙе ул шул тиклем яратып башҡара, әйтерһең дә, ниндәйҙер ижади эш менән була. Шул уҡ ваҡытта үҙен ҡарарға ла ваҡыт тапты. “Үҙеңде ышаныслы тотор өсөн сәсең дә, кейемең дә, йөҙөң дә, уйҙарың да матур булырға тейеш” тигән хәҡиҡәткә таяна ине ул. Үҙен уратып алған донъяға, кешеләргә һәр ваҡыт ыңғай ҡарауы, бер кемгә дәғүә белдермәүе, күп уҡыуы уға был тормошта үҙенең асылын, булмышын табырға ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Бергилке миңә Тәнзилә апай ҡулы аҫтында эшләп алырға ла тура килде. Шул сағында мин уның тағы ла күберәк кешелеклелек сифаттарын астым. Гимназияла үҙе лә бөтә көсөн, ваҡытын биреп эшләне, башҡаларҙан да бурысына намыҫ менән ҡарауын теләне. Бик ғәҙел ине. Бүтән хеҙмәткәрҙәргә ниндәй талап ҡуйһа, туғаным, тип торманы, миңә лә шундай уҡ талапсан ине. Сығарылыш уҡыусылары менән әле булһа аралашып тора, уңышҡа өлгәшкәндәре менән ғорурлана. Хаҡлы ялға сыҡһа ла әүҙем тормош алып бара. Ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт хорында йырлай, бассейнға йөрөй. Үҙенең яратҡан шағирҙарының әҫәрҙәрен ятлап, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһарға ла форсат таба. Ошо дәрте, тормошто яратыуы артабан да һүнмәүен, артабан да беҙгә терәк-таяныс булып йәшәүен теләйем. Беҙгә эшләгән игелегең үҙеңә мең тапҡырға әйләнеп ҡайтһын, Тәнзилә апай!
Эльвира СМАҠОВА.