Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Июль 2021, 11:28

Үҫешкә илткән юлда эштең эреһе-вағы юҡ

Район буйынса бөтә белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Нөгөш мәктәбе коллективы өсөн дә был – үтә лә яуаплы осор. Улар 1 сентябрҙә балаларҙы лайыҡлы ҡаршы алыуға йыл һайын күп көс һала.

Үҫешкә илткән юлда эштең эреһе-вағы юҡ
Үҫешкә илткән юлда эштең эреһе-вағы юҡ
Үҫешкә илткән юлда эштең эреһе-вағы юҡ
Үҫешкә илткән юлда эштең эреһе-вағы юҡ

Район буйынса бөтә белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Нөгөш мәктәбе коллективы өсөн дә был – үтә лә яуаплы осор. Улар 1 сентябрҙә балаларҙы лайыҡлы ҡаршы алыуға йыл һайын күп көс һала.

Быйыл унда косметик ремонт билдәләнгән. Әлеге ваҡытта мәктәптең фойеһы һәм коридор стеналарын буяйҙар. Был эш эшҡыуар Әлфиә Ғималова етәкселегендәге клининг компанияһы хеҙмәткәре Альмира Ҡырымсуринаға йөкмәтелгән. Тап уның һөнәренә яуаплы ҡарауы арҡаһында мәктәп бинаһы яңы төҫ алған. Ә уҡыу кабинеттарында ата-әсәләр ярҙамы менән июндә үк төҙөкләндереү тамамланған. Мәғариф учреждениеһы директоры Гүзәл Ғәббәсова әйтеүенсә, яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелә.

- Янғынға ҡаршы саралар күрелә, атап әйткәндә, электр үткәргестәрен, яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу маҡсатын билдәләнек. Шулай уҡ ашханалағы ҡорамалдарҙы яңыртыу талап ителә. Был тәңгәлдә смета документтарын әҙерләп тапшырҙыҡ, - ти Гүзәл Шәһәҙәт ҡыҙы.

Әбет, Һәргәй, Түбәнге Таш, Ерек, Эткөсөк ауылдарынан балаларҙы ике автобус йөрөтә. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелә. Транспорт сараларының техник торошо ваҡытында тикшереү үтә.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәрендә һанлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә белем биреү үҙәктәрен төҙөү киң йәйелдерелгән. Был йәһәттән беҙҙең районда ла ҙур эш алып барыла. Йыл һайын “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы икешәр-өсәр мәктәптә кабинеттар йыһазландырыла, яңыса уҡыу ҡорамалдары алына.

Быйылғы уҡыу йылында “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге Нөгөш мәктәбендә лә үҙ ишеген асасаҡ. Әле унда ике кабинетта эске биҙәү, һылау, буяу эше тамамланған. Был эште “Южуралспецстрой” һәм “Гарант-строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр подрядсылары башҡарған. Мебелгә, яңы мультимедиа проекттарына заказ бирелгән. Улар тәбиғи фәндәр һәм технология йүнәлешендә эшләйәсәк. Атап әйткәндә, уҡыусылар биология, физика һәм химия дәрестәрен заманса йыһазландырылған үҙәктәрҙә уҡыясаҡ, командала эшләү күнекмәләре аласаҡ, төрлө кимәлдәге конкурстарға әҙерләнәсәк. Яңыса технологиялар һәм ҡорамалдар менән эшләйәсәк уҡытыусылар Эльвира Яҡупова, Андрей Епифанов, Татьяна Кормакова һәм Эдуард Ғайсин онлайн-режимда курс үткән. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡ Михаил Ларичевҡа йөкмәтелгән.

- Белем биреү эшмәкәрлегендә бөтә нәмә лә мөһим. Уҡыған мәктәбе, класы матур, сағыу, йылы, зауыҡлы булмай тороп, балаларға сифатлы белем һәм эстетик тәрбиә биреп булмай. Шуға күрә яңы уҡыу йылына әҙерләнгәндә барыһына ла иғтибар бирәбеҙ. Әйтергә кәрәк, был тәңгәлдә район хакимиәте, мәғариф идаралығының ҙур ярҙамын тоябыҙ. Үҫешкә юлда берҙәм булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин, - ти Гүзәл Ғәббәсова.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: