Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2021, 09:43

Каникул йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын

Белеүебеҙсә, былтыр коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле йәйге ял лагерҙары эшләмәне. Быйыл республиканың санитар-эпидемиология торошон бар яҡлап та баһалағас, уларҙың эшмәкәрлеген башларға рөхсәт бирелде. Һөҙөмтәлә 1 июндән йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды.

Каникул йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын
Каникул йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын
Каникул йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын
Каникул йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын

Белеүебеҙсә, былтыр коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле йәйге ял лагерҙары эшләмәне. Быйыл республиканың санитар-эпидемиология торошон бар яҡлап та баһалағас, уларҙың эшмәкәрлеген башларға рөхсәт бирелде. Һөҙөмтәлә 1 июндән йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды.

Беҙҙең район-ҡалала ла йәйге каникул күңелле башланды. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә традицион һабантуй ойошторолдо. Шул көндә балалар өсөн мәктәптәрҙәге 27 көндөҙгө ял үҙәге үҙ ишеген асты. Уларҙа 2580 бала һаулығын нығытты. 800 үҫмер 20 хеҙмәт берекмәһенә йәлеп ителде. Бынан тыш, 2 профилле лагерь ойошторолдо, унда 80-дән ашыу бала үҙенең белемен нығытты, көс йыйҙы, сыныҡты. Дөйөм алғанда, сәләмәтләндереүҙең һәм мәшғүллектең бындай төрҙәренә 3462 бала йәлеп ителде. Әлеге ваҡытта ҡаланан ситтәге “Дуҫлыҡ”, “Тау һауаһы”, “Шишмә” һауыҡтырыу комплекстарында икенсе-өсөнсө сменалағы балалар ял итә.

Лагерға бара алмағандар өсөн йорт ихаталарында, балалар майҙансыҡтарында төрлө саралар үткәрелә. Спорт ярыштарында, конкурстарҙа, халыҡ уйындарында үҫмерҙәр теләп ҡатнаша. Хәүеф төркөмөндәге ғаиләләрҙең барыһы ла - контролдә.

Мәғариф идаралығы инспекторы Жанна Ғәйетҡолова йәйге осорҙа ата-әсәләрҙе, ололарҙы кескәйҙәргә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. “Каникул хәүеф-хәтәрһеҙ, иҫтә ҡалырлыҡ сағыу, күңелле һәм файҙалы үтһен тиһәгеҙ, кесе йәштәгеләрҙе бер ниндәй сәбәп менән дә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған кеше менән үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтегеҙ. Балағыҙ йорт адресын һәм телефон номерын, шулай уҡ “112”  ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтырата белергә тейеш. Шырпы кеүек әйберҙәрҙе уларҙың буйы етмәгән урынға һалығыҙ. Көнкүреш электр приборҙарын дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен бирегеҙ. Янғын сыҡҡанын хәбәр итеүсе ҡулайламалар бала булған һәр йортта булырға тейеш, тип уйлайым”, - ти Жанна Николаевна.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: