Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2021, 09:20

“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә булышлыҡ итәсәк

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендәге программаларҙа район-ҡала белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктә”ләре барлыҡҡа килеүе - шуға асыҡ дәлил.

“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә булышлыҡ итәсәк
“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә булышлыҡ итәсәк

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендәге программаларҙа район-ҡала белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктә”ләре барлыҡҡа килеүе - шуға асыҡ дәлил.

Быйыл был проектта өс белем биреү учреждениеһы, атап әйткәндә Нөгөш, Дарьино һәм Корнеевка мәктәптәре ҡатнаша. Шуға ярашлы, мәғариф ойошмаларының икешәр кабинетында заманса ремонт үтте. Әлеге ваҡытта берҙәм стилдә биҙәлеп, бер төрлө мебелдәр һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

Проект сиктәрендә Булат Рафиҡов исемендәге Корнеевка мәктәбендә биология-химия һәм физика кабинеттары, өс лаборатория төҙөкләндерелгән. Үткән аҙнала унда мебель йыйҙылар. Шулай уҡ үҙәккә кәрәкле заманса ҡорамалдар алына, жалюзиға заказ бирелгән.

Мәктәп директоры Виктор Кофонов әйтеүенсә, “Үҫеш нөктә”ләрендә эшләгән уҡытыусылар Зөлфиә Алтынбаева һәм Лариса Манаева махсус курс үткән.

- Ауыл мәктәптәрендә алдынғы технологияларға нигеҙләнгән ошондай үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе химия, биология, физика фәндәренән белем биреү йөкмәткеһен яҡшыға үҙгәртәсәк, тип уйлайым. Дәрестәр, кластан тыш саралар бындай кабинеттарҙа, һис шикһеҙ, заманса, мауыҡтырғыс һәм сағыуыраҡ буласаҡ. Ә шулай ҙа, иң мөһиме, уҡыусыларҙың үҫеш һәм белем алыу мөмкинлеген арттырасаҡ, - ти Виктор Васильевич.

Күренекле яҡташыбыҙ исемен йөрөткән Корнеевка мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 140-ҡа яҡын бала уҡыясаҡ. Шуның 13-ө парта артына беренсе тапҡыр ултыра.

“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә булышлыҡ итәсәк
“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә булышлыҡ итәсәк
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: