Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2021, 14:01

Мәктәпкә барғас та, уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булдым

Уҡытыусы булып эш башлауыма быйыл егерме һигеҙ йыл тула. Ошо осор эсендә беренсе класҡа мәктәпкә барғас та, ғашиҡ булған һөнәремдең тап минеке икәнлегенә тулыһынса инандым. Хеҙмәт юлымды тыуған ауылымда, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башланым. Башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып барҙы.

Уҡытыусы булып эш башлауыма быйыл  егерме һигеҙ йыл тула. Ошо  осор эсендә беренсе класҡа мәктәпкә барғас та, ғашиҡ булған һөнәремдең тап минеке икәнлегенә тулыһынса инандым.

Хеҙмәт юлымды тыуған ауылымда, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башланым. Башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып барҙы.

Шулай итеп, 2001 йылдан алып Мәләүез ҡалаһының 2-се, ә 2014 йылдан 7-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Педагогия хеҙмәт юлының  башында  уҡ, мәктәптә, аҙаҡ юғары уҡыу йорттарында алған белем менән генә ҡәнәғәтләнеп  ҡалмаҫҡа, уҡытыусының гел уҡырға, камиллашырға тейешлеген аңлағайным. Шуға ла мин бер туҡтауһыҙ ижади эҙләнеү, өйрәнеү юлындамын.

Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгел. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу – минең маҡсатым. Республика һәм район кимәлендәге семинар-конференцияларҙа ҡатнашам, хеҙмәттәштәремдең эшмәкәрлеге менән танышам һәм, асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙем дә эш тәжрибәм менән теләп уртаҡлашам.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф порталы, Мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең сәйәси селтәре, “Мультидәрес”, “Инфодәрес”, “Дәрестәр йыйылмаһы”, “Педсовет” педагогик берекмәләренең сайттарына үҙемдең дәрес, төрлө кластан тыш сара конспекттарын, мәҡәләләремде урынлаштырам. Һәр баланың һәләтен һәм ҡыҙыҡһыныу-ынтылыштарын үҫтереүҙә кластан тыш сараларым да иғтибарға лайыҡтыр. Уларҙы юбиляр яҙыусыларға, иҫтәлекле даталарға арнап үткәрәбеҙ.

Тәрбиә уҡыу-уҡытыу өлкәһендә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Шуға күрә лә минең эшемдә төп маҡсат - балаларға төплө белем биреү менән бергә, заманға яраҡлашҡан, йәмғиәттә үҙ урынын лайыҡлы тапҡан, иленә, халҡына хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү. Теләгем - һәр баланы әҙәп-тәрбиәгә, изгелеккә ынтылдырыу.  Оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләүем был теләгемде тормошҡа ашырырға ярҙам ғына итә. Уҡыусыларҙа белем алыуға, туған тел һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар ойошторам. Балалар менән  төрлө кимәлдәге конкурстарҙа йыш ҡына еңеү яулайбыҙ.   

Үҙ эшен  яратҡан һәм баланы  аңлаған, хөрмәт иткән уҡытыусы ғына шәхес тәрбиәләүгә һәләтле. Мин был фекер менән тулыһынса килешәм.

Минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре өсөн иң ҡулайлыһы, шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән  яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята һәм Тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртҡан шәхес тәрбиәләй, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрә, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп таныта.

Уҡытыусы – ул бала күңеленә изгелек орлоғо һалыусы, уның йөрәгенә асҡыс яратыусы илаһи зат. Форсаттан файҙаланып, ошо мөҡәддәс бурысты иңенә йөк­мәгән барлыҡ педагогия хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы менән ҡотлайым, барыһына ла уңыштар теләйем!

Светлана ҠАРАЗБАЕВА,

7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мәктәпкә барғас та, уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булдым
Мәктәпкә барғас та, уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булдым
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: