Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2021, 14:04

Педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһен ҡаршылап

Район-ҡала яҡшы уҡытыусылары менән дан тота.

Педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһен ҡаршылап
Педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһен ҡаршылап

Район-ҡала яҡшы уҡытыусылары менән дан тота. 6-сы лицейҙың башланғыс класс уҡытыусыһы Ирина Корытникова – шундайҙарҙың береһе. Педагогия стажы егерме йылға яҡын. Уның һымаҡтар хаҡында ғәҙәттә “бөтә күңелен биреп эшләй” тип әйтәләр.

Ирина Валерьевна үҙен белемле, тәжрибәле, ижади ҡарашлы педагог итеп танытты. Уның өсөн эштең эреһе-вағы юҡ. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. Уны йыш ҡына муниципаль, республика кимәлендәге конкурстарҙа осратырға мөмкин, уҡытыуға, тәрбиәгә ҡоролған мәҡәләләре донъя күрә, лицейҙың йәш белгестәренә ярҙам итә.

Ирина Валерьевнаның дәрестәре лә, кластан тыш саралары ла юғары кимәлдә ойошторола. Балаларҙың һәләтен иҫәпкә алып, уҡытыуҙың төрлө алымдарын ҡуллана. Уҡыусылары йыл һайын фәнни-ғәмәли конференцияларҙа маҡтаулы урындарға лайыҡ була.

Ижади эҙләнеү, камиллыҡҡа ынтылыу, эҙләнеү, эшһөйәрлек – Ирина Корытникованың башҡаларҙан айырған һөнәри һәм шәхси сифаттары. Ата-әсәләргә, уҡыусыларға, хеҙмәттәштәренә ихтирамлы ҡарашы менән коллективта абруй ҡаҙанған. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн лицей, мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Район хакимиәте башлығы грантына ла эйә ул. Үткән уҡыу йылында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны һәм I дәрәжә  дипломына лайыҡ булды. Тырышлығы, уңғанлығы, эшенә яуаплы ҡарауы, балалар яратыуы, әлбиттә, үҙенә уңыш һәм хөрмәт булып әйләнеп ҡайта.

Педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһен ҡаршылап
Педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһен ҡаршылап
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: