Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2021, 15:43

Үҫеш юлында мөмкинлектәр бик күп

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡала мәҙәниәт һарайына август кәңәшмәһенә йыйылды һәм тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим ғәмәлдәрҙе билдәләне. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы. Кәңәшмә эшендә мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар, шеф ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре, профсоюз комитеттары рәйестәре, йәш белгестәр, тармаҡ ветерандары ҡатнашты. Быйылғы сара “Заман мәғарифының көнүҙәк аспекттары: үҫеш юлындағы яңы мөмкинлектәр” тигән дөйөм темаға ярашлы үтте.

Үҫеш юлында мөмкинлектәр бик күп
Үҫеш юлында мөмкинлектәр бик күп

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡала мәҙәниәт һарайына август кәңәшмәһенә йыйылды һәм тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим ғәмәлдәрҙе билдәләне. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы.

Кәңәшмә эшендә мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар, шеф ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре, профсоюз комитеттары рәйестәре, йәш белгестәр, тармаҡ ветерандары ҡатнашты. Быйылғы сара “Заман мәғарифының көнүҙәк аспекттары: үҫеш юлындағы яңы мөмкинлектәр” тигән дөйөм темаға ярашлы үтте.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов педагогия хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләп, пандемияға бәйле ябай булмаған шарттарҙа белем сифатын күтәреүгә өлгәшкән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә рәхмәт белдерҙе. Төбәк мәғариф ойошмаларының барыһы ла балаларҙы ҡаршы алырға әҙерлеген билдәләне. Уҡыусыларҙың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә иғтибарҙы йүнәлтте.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығышында дөйөм һәм һөнәри белем биреү системаһының үҫеш перспективалары, мәғариф  учреждениеларының пандемия шарттарында эше, педагогтарҙың яуаплылығы, вакцинацияға ҡарата ыңғай мөнәсәбәте, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыу мәсьәләләренә туҡталды.

Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Гүзәл Әхмәтшина үткән уҡыу йылында уңышлы ғәмәлгә ашырылған ике проекттың, атап әйткәндә класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү һәм башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуҙың ыңғай һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделе, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Үҫеш нөктә“ләре эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса баһа бирҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев,  белем биреү өлкәһендәге уңыш-ҡаҙаныштарҙан сығып, Мәләүез районында был тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барланы, уңышлы бойомға ашырылған  проекттарға йомғаҡ яһаны. Һәләтле балаларҙы үҫтереү, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә уңайлы белем алыу шарттарын булдырыуға бәйле эшмәкәрлек менән таныштырҙы, алдағы уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттарҙы атаны. Янғын хәүефһеҙлегенә, балалар именлегенә бәйле мәсьәләләр даими контроль аҫтында булырға тейешлеген билдәләне.

Мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн байтаҡ педагог тармаҡтың төрлө кимәлдәге наградалары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Шулай уҡ бөтә төр мәғариф ойошмаларының яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлеге, подрядсылар, шефлыҡҡа алған предприятиелар, хужалыҡтар белем усаҡтарын ремонтлау йүнәлешендә үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа етди ҡарауы билдәләнде, лайыҡлыларға дипломдар тапшырылды. Кәңәшмә мәғариф хеҙмәткәрҙәренә арналған концерт менән тамамланды.

Үҫеш юлында мөмкинлектәр бик күп
Үҫеш юлында мөмкинлектәр бик күп
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: