Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 09:35

Уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ

Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, педагогия хеҙмәте ветерандары! Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Иғтибарлы һәм ярҙамсыл уҡытыусыларыбыҙ һәр ваҡыт иҫтә.   

Уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ
Уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ

Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, педагогия хеҙмәте ветерандары!

Ысын күңелдән Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ ошо матур байрамға ҡатнашлығын тоя. Иғтибарлы һәм ярҙамсыл, белем алырға ярҙам иткән уҡытыусыларыбыҙ һәр ваҡыт иҫтә. 

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Һөнәрегеҙ яуаплы, сөнки һеҙҙең хеҙмәт меңәрләгән уҡыусы яҙмышында, район-ҡала, республика, ил үҫешендә сағыла. Һеҙ ижтимағи һәм сәйәсәт тормош уртаһында, төбәктә үткән мөһим сараларҙы ойоштороуға өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, үҫеп килгән быуынға тәрбиә һәм белем биреүҙә уңыштар, сабырлыҡ теләйем.

Район Советы президиумы.

Уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ
Уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ
Автор:Мархаба Гайнетдинова