Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2022, 15:55

Өфө дәүләт нефть-техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы - Мәләүездән!

“Беҙҙең туғаныбыҙ йәш булыуына ҡарамаҫтан, химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә булған! Яҙығыҙ әле уның тураһында!” – тип әүҙем уҡыусыбыҙ Гөлсинә Ханнанова ҡыуанысы менән уртаҡлашты

“Беҙҙең туғаныбыҙ йәш булыуына ҡарамаҫтан, химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә булған! Яҙығыҙ әле уның тураһында!” – тип әүҙем уҡыусыбыҙ Гөлсинә Ханнанова ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Сығышы менән Мәләүез районының Тамьян ауылы ҡыҙы Гөлнара Раҫкилдина ҡаланың  8-се мәктәбен, аҙаҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамалай. 2010  йылда Өфө дәүләт нефть-техник университетының аспирантураһына уҡырға инә. 2021 йылда Гөлнара Зиннур ҡыҙы  докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ул Өфө дәүләт нефть-техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы иҫәпләнә.

Ата-әсәһе Фәрҙиә менән Зиннур Раҫкилдиндарҙың өс балаһы ла юғары белемле. Уртансылары, Гөлнараның уңышына улар бик ҡыуана.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: