Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2022, 09:32

27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө

Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, бала күңелен белеүсе

27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө
27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө

 

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе»... Ошондай исем менән йыл һайын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында республика конкурсы үткәрелә. Унда республика райондарынан һәм ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы гүзәл заттар ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Был конкурста мәләүездәр ҙә әүҙем ҡатнаша һәм еңеү яулай. Ҡатнашыусылар араһында 19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһы мөдире Вәсилә Яппарова ла бар. Ул быйыл “Ҡатын-ҡыҙ – педагог” номинацияһында еңеүсе булды.

Тәрбиәселәр көнө алдынан үҙен тулыһынса балалар донъяһына бағышлаған Вәсилә Рәшит ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ауыр һәм яуаплы эшкә оҙаҡ йылдар дауамында торғо ҡалған кеше бик һирәк. Был һөнәргә Вәсилә Яппарова яйлап килә. 2006 йылда Күгәрсен районы Санъяп ауылында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Алты йыл дауамында үҙ һөнәренә тоғро була. Төрлө семинарҙа ҡатнаша, берҙәм дәүләт имтиханы эксперт комиссияһы ағзаһы булып эшләргә лә тура килә уға.

  • 2012 йылда ғаилә менән Мәләүез ҡалаһына күсеп килдек, декрет ялы үткәс, алдыма эш табыу мәсьәләһе торҙо. Мәктәптәргә барып ҡараным, вакансия булманы. Юлдар мине 15-се балалар баҡсаһына илтте. Бында мин башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй башланым, аҙаҡ тәрбиәсе һөнәрен Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында үҙләштерҙем.

Вәсилә Рәшит ҡыҙы төрлө йүнәлештә балалар менән шөғөлләнә: башҡорт теле уҡытыусыһы, тәрбиәсе һәм фольклор эше буйынса түңәрәк алып барырға ла өлгөрә. Үҙ һөнәрен яратҡан, уның бар нескәлеген белгән педагог 2016 йылда 23-сө балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләнә.

  • Сабыйҙар баҡсаға теләп килергә тейеш, был тәңгәлдә тәрбиәсенең үҙ эшен яратыуына күп нәмә бәйле. Төп маҡсатыбыҙ - бәләкәстәрҙең күңелен үҫтереү, яҡшы психологик һәм эмоциональ шарттар булдырыу. Балалар баҡсаһы ла заман бергә атларға тейеш.

Кескәйҙәрҙә белем алыуға ынтылыш тыуҙырыуҙа, киләсәктә тормош үрҙәрен нисек яулауында, илгә, халыҡҡа кәрәкле, төрлө өлкәлә үҫешкән кешеләр булып формалашыуында, һис шикһеҙ, Вәсилә .... ҡыҙы кеүек үҙ эшенә мөкиббән киткән тәрбиәселәрҙең роле ғәйәт ҙур.

  • Яҙмышыма шулай яҙылғандыр инде, әммә бер ҙә үкенергә тура килмәне. Эшемә ҡыуанып, шатланып барам. Ғаиләм дә бөтә башланғыстарымды ҡабул итә. Өйгә ҡайтыу менән мин - ҡатын һәм әсәй, үтәгән вазифаны эш урынында ҡалдырам. Тормош иптәшем һәм ике балам, ысын мәғәнәһендә, минең терәктәрем. Улар әсәйҙең эше күп булғанын да аңлайҙар. Уларға мин мең рәхмәтлемен, - ти Вәсилә Яппарова.

Яҡшы тәрбиәсе - оло яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло һәм бала йәнле кеше ул. Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Ябай ғына һөнәр түгел ул, тәрбиәсе – бала күңеленең белгесе.

Хөрмәтле тәрбиәселәр! Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтегеҙҙә сабырлыҡ, түҙемлелек, үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын!

Гөлназ САБИРОВА.

Һүрәттә: 19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһы мөдире.

Автор фотоһы.

27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө
27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө
27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: