ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2022, 12:15

Фән күгендә яҡты йондоҙ ҡалҡты

Белем алыуҙы юҡҡа ғына энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләмәйҙәр. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, фән юлынан киткән йәштәребеҙ бар. Былтыр яҡташыбыҙ, Мәләүез ҡыҙы Гөлнара Раҫкилдина Өфө дәүләт нефть-техник университеты аспирантураһын тамамлап, ике йүнәлеш буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Яңыраҡ йәш профессорҙың “Яңы энергетика” йүнәлеше буйынса йәштәр лабораторияһы проекты 18 миллион һумлыҡ федераль грант отто. Ниндәй һуҡмаҡ әҙәм балаһын еңеүгә илтә, шуның серен асыҡлау маҡсатында һәләтле яҡташыбыҙҙың ата-әсәһе Фәрҙиә һәм Зинур Раҫкилдиндарға юл тоттом.

“Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр халыҡта. Ҡотлобулат ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем, 13 бала араһында мин -туғыҙынсыһы. Атайым Тимерйән Иҙрис улы Вахитов “Ленин” колхозында бухгалтер булып эшләһә, әсәйебеҙ Фатима-Рәйхана Фазлетдин ҡыҙы йорт усағын һаҡланы. Беҙҙең өсөн уҡыу гел беренсе урында ине. Бер юлы мәктәпкә алты бала бара инек. Һәр беребеҙҙең өҫ кейеме таҙа, бөхтә булғанлығын уҡытыусылар башҡаларға гел өлгө итеп ҡуя торғайны”, - тип Фәрҙиә апай, ата-әсәһенән алған тәрбиәне иҫенә төшөрөп.

Мәҡәләбеҙ геройы хаҡында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: