+4 °С
Болотло
Яңы программа системаһы совет мәғриф системаһының һәм һуңғы тиҫтә йылдарҙағы тәжрибәнең иң яҡшыһын тәҡдим итеүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта быға күсеү әкренләп барасаҡ һәм хәҙерге программа буйынса белем алыусыларға йәки алдан диплом алыусыларға ҡағылмаясаҡ.
- Уҡыу ваҡыты - дүрт йылдан алты йылға тиклем. Шул уҡ ваҡытта вуз сиктәрендә тәғәйен һөнәргә төрлө программа тәҡдим ителә ала, - тип белдерҙе Владимир Путин.
Тар һөнәр буйынса магистратурала йәки ординатурала белем алыуҙы дауам иттерергә мөмкин. Аспирантура иһә фән һәм уҡытыу эшмәкәрлеге буйынса белгестәр әҙерләйәсәк.
Яңы системаға күсеү өсөн мәғариф һәм хеҙмәт баҙарына ҡағылышлы закондарға күп төҙәтмәләр индереләсәк.