Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2023, 09:35

Башҡортостан Башлығы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ректоры менән осрашты

Көн тәртибендә – республика менән илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү

Башҡортостан Башлығы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ректоры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ректоры менән осрашты

2021 йылдың 3 июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Радий Хәбиров һәм Анатолий Торкунов Башҡортостан менән Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты араһында партнерлыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Документ ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүҙе яҡшыртыу, республиканың һөнәри белем биреү системаһының инновациялы мөмкинлектәрен нығытыу буйынса берлектәге эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.

Мәҫәлән, юғары уҡыу йортонда иҡтисадтың төрлө тармаҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн белгестәр әҙерләү ойошторолдо. Атап әйткәндә, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында республика йәштәрен маҡсатҡа ярашлы уҡытыу программалары тормошҡа ашырыла.

– Беҙҙә Башҡортостандан йәштәр байтаҡ – 60 кеше. Белеүемсә, улар яҡшы уҡый, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң яҡшы эшкә урынлаша. Күптәре Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт итә, – тине Анатолий Торкунов. – Был йәштәрҙең яҡшы әҙерлекле булыуы хаҡында һөйләй. Һуңғы ваҡытта бик яҡшы тенденция күҙәтелә – күптәр Башҡортостанға эшләргә ҡайта.

Баш ҡала вуздарын тамамлағандарҙы тыуған яғында эш менән тәьмин итеү республиканың кадрҙар ҡеүәтен нығытыу йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә,  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, ул осрашыу тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/162499.html

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: