Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2023, 12:14

Радий Хәбиров Тегеранда Инновациялар һәм технологиялар йортонда булды

12 мартта Тәһранда Иран инновациялар һәм технологиялар йортонда Башҡортостан башлығы булды. Ул ҡаланың Халыҡ-ара күргәҙмә комплексында урынлашҡан һәм илдең юғары технологиялы экспорт продукцияһын тәҡдим итә

Радий Хәбиров Тегеранда Инновациялар һәм технологиялар йортонда булды
Радий Хәбиров Тегеранда Инновациялар һәм технологиялар йортонда булды

300-гә яҡын инновацион компания үҙ эшләнмәләрен 3,5 мең квадрат метр майҙанда тәҡдим итә —  800-ҙән ашыу инновациялар төрлө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән машиналар эшләү, ауыл хужалығы, электроника, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғлүмәт тәьминәте.

Инновациялар һәм технологиялар йорто урынында Иран вице-президенты Әмир-Хоссейн Мирабади ҡарамағындағы Халыҡ-ара ғилми-техник хеҙмәттәшлек үҙәге етәксеһе ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте.

— Ҡайһы бер нәмәләр беҙҙе ғәжәпләндермәй – ҡайҙалыр алға киттек. Ә ҡайһы берҙәре бик ҡыҙыҡлы. Беҙ бер нисә ҡарар ҡабул иттек. Бында фармацевтика һәм медицина ҡорамалдары етештереү, ысынлап та, яҡшы үҫешә. Шуға күрә беҙ "юл картаһына" Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенең һәм белгестәребеҙҙең визитын индерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. — Тикшереү барышында  тағы бер ҡыҙыҡлы проект тыуҙы: беҙҙең республикала пластик уйынсыҡтар етештереү үҫешмәгән. Ә бының өсөн сеймал бар – бик ҙур күләмдә. Әйҙәгеҙ, уртаҡ производство булдырырға тырышайыҡ. Әйҙәгеҙ,  экологик яҡтан таҙа уйынсыҡтар етештерәйек.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: