Туғыҙынсы класс уҡыусылары иғтибарына мөһим даталар хаҡында яҙма.
Документтарҙы тапшырыу ваҡыты:
- 20 июндән 10 авгусҡа тиклем - ижади һәләт талап иткән һөнәрҙәр өсөн. Улар иҫәбенә, мәҫәлән, хореография, кинематография, художество, архитектура һәм башҡа йүнәлештәр инә;
- 20 июндән 15 авгусҡа тиклем - башҡалар өсөн.
Колледжда буш урындар ҡалған осраҡта, ҡабул итеү ваҡытын 15 ноябргә тиклем оҙайтыуҙары ихтимал.
Документтарҙы:
- ҡабул итеү комиссияһына шәхсән;
- колледж сайты аша;
- Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
- колледж адресына почта аша тапшырырға мөмкин.
Рәсәйлеләр өсөн документтар исемлеге:
- паспорттың төп нөсхәһе йәки күсермәһе;
- аттестаттың төп нөсхәһе йәки күсермәһе;
- 4 фотография.
Сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә түбәндәге документтар талап ителәсәк:
- паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документтың күсермәһе;
- белем тураһындағы документтың төп нөсхәһе;
- белем тураһындағы документтың һәм уға ҡушымтаның раҫланған тәржемәһе;
- 4 фотография.
Төп дәүләт имтиханы теҙмәһен беҙҙең карточкаларҙа табырһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан