Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Декабрь 2017, 17:36

Милли үҙаң уятыу- тәрбиә асылы

Бала саҡ кешенең киләсәккә, алдағы ҡатмарлы тормошҡа әҙерлек баҫҡысы ғына түгел, ә йәшәү дәүерендә әленән-әле хәтергә төшөп, күңел ҡорғандары аша ғәмһеҙ осорға һағыныулы ҡараш ташлар мәле.

Бала саҡ кешенең киләсәккә, алдағы ҡатмарлы тормошҡа әҙерлек баҫҡысы ғына түгел, ә йәшәү дәүерендә әленән-әле хәтергә төшөп, күңел ҡорғандары аша ғәмһеҙ осорға һағыныулы ҡараш ташлар мәле.
Һәр бер бала бәхетле булырға хаҡлы, тип ҡабатлайбыҙ. Атай- олатайҙарбыҙҙың быуаттар буйына тапшырыла килгән рухи, әхлаҡи тәрбиәһе милләттәштәремдә асыҡ сағыла. Ҡайһы ваҡыт бигерәк ябай, ихлас, ихтирамлы булабыҙ - күптәр иһә быны үҙ файҙаһына ҡуллана.
Мине лә ошо эҙҙәр, балаларға булған һөйөү, мөғжизәләр иле, эскерһеҙ балалар донъяһына этәрҙе. Оҙаҡ йылдар йөрәгемде балаларға биреп, изгелек эшләүем, улар менән бала саҡ донъяһы эсендә ҡайнап йәшәүем тормошомда бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам шишмәһе сығанағы булды. Эшемдә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында төрлө милләт вәкилдәре балаларында үҙ-ара татыулыҡ, ихтирам тәрбиәләүҙе төп йүнәлеш итеп алдым. Улар менән бергә уйнаным, көлдөм, шатландым - бәләкәстәрҙең хәсрәтен үҙ йөрәгем аша уҙғарҙым. Бергәләп бик күп байрамдар уҙғарҙыҡ, мәҫәлән, “Тыуған көн”, “Өләсәйҙә ҡунаҡта”, “Аҡбуҙат - беҙҙә ҡунаҡта”, йыл миҙгелдәренә арналған милли байрамдар, “Ҡарға бутҡаһы”, “Бәпес туйы”, “Кәкүк сәйе”, “Йомаҡтар илендә” һәм башҡалар. Бындай сараларҙа атай- әсәйҙәрҙең ҡатнашыуы бала күңелендә ышаныс тыуҙырыуға булышлыҡ итте. Әсәй, өләсәйҙәр, ысын мәғәнәһендә, халыҡ пелагогикаһының көҙгөһө, тип уйлайым. Балаға бишек йыры башҡарыу рух байлығын ошо кескәй йомғаҡҡа тапшырыуҙың беренсе баҫҡысылыр, моғайын. Балалар тәрбиәләгәндә төрлө алымдар ҡулланып, тел байлығы, күркәмлеген тойорға уны тапшырырға тырыштым.
Улар күңеле көҙгө һымаҡ - һәр һүҙ, тәрбиә, бер ни тиклем ваҡыттан сағылыш бирә. “Тыуған илем”, “Тыуған яғым тәбиғәте”, “Әҙәплелек ҡағиҙәләре”, “Нимә ул “Шәжәрә”, “Башҡорт халҡының милли кейеме”,”Милли музыка ҡоралдары” һәм башҡа саралар ошо йүнәлештә улар күңеленә тыуған яғы, халҡына һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырыштым. Тәрбиәләнеүселәрем күңелендә эске матурлыҡ хистәренең тотанаҡлылығы, күңел байлығы, итәғәтлек, тәрбиәлелек, аралашҡанда иркенлек, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт, ололарҙы ололарға өйрәтеү - бына ҡасан башлана ул изгелек орлоҡтары.
Балалар һаулығын һаҡлауҙа хәрәкәт уйындарының әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ, ғөмүмән, милли уйындар - бөткөһөҙ тәрбиә асылы.
Беҙҙең баҡсала тәрбиәләнгән балалар ҡаланың төрлө мәктәптәрендә белем ала. Уларҙың нисек уҡыуҙары менән даими ҡыҙыҡһынам, ҡаҙаныштарын күреп ҡыуанам. Һәр баланы насар ғәҙәттәрҙән, тупаҫлыҡтан ҡурсаларға тырышам. Ошо изге эшемде балалар күңелендә башҡорт теленең моңон һеңдереү, бай тарихына ихтирам тәрбиәләү, милли үҙаң уятыуҙа ҡулланғаныма ғорурланам. Тәрбиәле бала - беҙҙең киләсәк, тигән һүҙҙәрҙә ысынбарлыҡ сағылғанын бөгөн тәжрибәле педагог булараҡ яҡшы аңлайым.
Гөлнур Семенова.