Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар

Алдынғыларҙы ҡотланылар

Мәләүездә һәләтле балалар, алдынғы ҡарашлы, ижади эшләгән уҡытыусылар бик күп. Район Хакимиәте уларҙы дәртләндереүгә, хуплауға һәм артабан үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Мәләүездә һәләтле балалар, алдынғы ҡарашлы, ижади эшләгән уҡытыусылар бик күп. Район Хакимиәте уларҙы дәртләндереүгә, хуплауға һәм артабан үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.
Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында үткәрелгән сара ла шул маҡсатта ойошторолдо. Унда төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтә яулаған балаларҙы, уларҙы әҙерләгән педагогтарҙы, һөнәри конкурстар еңеүселәрен һәм номинанттарын, республика Башлығы, район Хакимиәте башлығы стипендиаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
- Уҡыусыларҙың уңышы уларҙың эшһөйәрлегенә, тырышлығына ғына түгел, ә улар менән ижади эшләгән, ваҡытын, көсөн йәлләмәй шөғөлләнгән педагогтарға туранан-тура бәйле, - тине район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең ҡотлау сығышында. - Райондың олимпиада хәрәкәте буйынса республикала тәүге унау иҫәбенә инеүендә уҡытыусыларҙың, тренерҙар, тәрбиәселәр һәм ветерандарҙың роле ҙур.
Был көндә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йыл уҡытыусыһы”, “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе” педагогия оҫталығы конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары, һәләтле балалар менән әүҙем эш алып барған педагогтар, район етәксеһе ҡулынан Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары алды.
Районда йыл һайын 20 уҡыусы район Хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ була. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы премияһын алыусылар бар: Александра Никитенко (Нөгөш мәктәбе) һәм Ислам Шәйәхмәтов (3-сө гимназия).
Уҡыуҙағы айырым уңыштары һәм белемгә ынтылышы өсөн номинацияһында уҡыусылар өс төркөмдә билдәләнде.
Район-ҡаланың мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән педагогтарҙы, уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларҙы мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Рафаэль Бирҙеғолов, педагогия хеҙмәте ветерандары ҡотланы.
Ҡотлау сығыштары белем биреү учреждениелары үҙешмәкәрҙәре башҡарыуында йыр-бейеү менән үрелеп барып, сағыу тамашаға әйләнде.
Һүрәттә: район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов урыҫ теле уҡытыусыһы Лариса Бокованы бүләкләй.
Автор фотоһы.
Читайте нас в