Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
4 Октябрь 2018, 11:25
Дуҫ йәшәйек, әйҙә, бергәләп!
Бөгөн беҙҙең редакцияла ҡунаҡта - Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Мотал Зәкирйән улы Рәмов. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн беҙҙең редакцияла ҡунаҡта - Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Мотал Зәкирйән улы Рәмов. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Мотал ағай, бөгөн коллективығыҙ ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй?
- Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәте алтынға мансылған мәлдә Сибай филармонияһы үҙенең 25 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан ижади коллектив юбилей гастролдәре менән республикабыҙ буйлап оҙайлы сәфәргә сыҡты. “Беҙгә - 25 йәш!” тип исемләнгән концерт программаһында Сибай филармонияһы йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған ижад емештәренә байҡау яһала, үткәндәр тураһында яҡты хәтирәләр яңыртыла. Тамашасыларыбыҙ сәнғәт усағының бөгөнгө йондоҙҙары менән бергә үткәндәргә сәйәхәт яһау мөмкинлегенә эйә.
- Программағыҙ үҙенсәлеге нимәлә?
- Ҡасандыр филармония сәхнәһендә шаулап үткән концерт программалары геройҙары Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаев, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” театрлаштырылған тамашаһында ҡатнашыусылар үҙҙәрен яратып өлгөргән тамашасылары менән ҡабаттан осрашасаҡ, йылы иҫтәлектәрҙе яңыртасаҡ. Әлбиттә, филармония асылған ваҡыттан алып эшләп йөрөгән артистарыбыҙ менән бергә сәнғәт донъяһына яңы ғына аяҡ баҫыусыларҙы ла күреү күп нәмә тураһында һөйләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 79-сы һанында уҡығыҙ.
Әҡлимә ИМАМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?