Конгэк
-4 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
30 Сентябрь 2019, 18:54
Башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү өсөн аҡса йыйыу бара
Өфөлә режиссер Булат Йосопов «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында яңы ижади проектҡа — күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында фильмға тотондо.
Өфөлә режиссер Булат Йосопов «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында яңы ижади проектҡа — күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында фильмға тотондо. «Шағир көндәлеге» фильмының бюджеты 23,3 миллион һум булыр тип көтөлә.
20 сентябрҙә кино төшөрөү өсөн халыҡтан аҡса йыйыу башланды. Проекттың рәсми төркөмө хәбәр итеүенсә, 10 көндә 60 мең һум йыйылған.
Премьера 2020 йылдың октябренә билдәләнгән.
Ижади төркөм: сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар — Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар — Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит