Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
31 Октябрь 2019, 18:40

Яҡташтар ижады

Төнө буйы күктәр ыңғырашты.

Тимер Ниәтшин.

Төнө буйы күктәр ыңғырашты

Төнө буйы күктәр ыңғырашты,

Йәлләмәйсә түкте күҙ йәшен.

Тыныс ҡына түгел, ҡылыс һуҙып,

Болот менән болот һөйләште.

Татлы телдә тапма терәгеңде,

Тел –тормошта аҡыл ҡоралы.

Телде баллап ҡайһы бер йөрәктә

Ҡара йылан ята уралып.

Бәғзе кеше кескәй йөрәгендә

Һиҙә ҡалһа төтөн әсеһен:

- Мин дә ҡояш була алыр инем,

Күктә урын юҡ, - ти нәфсеһе.

Тайғаҡ тупһа аша өмөт менән

Оҙаҡҡамы бында ингәнбеҙ?

Йөрәктәрҙә һөйөү булмай икән,

Аҙашҡанбыҙ юҡҡа килгәнбеҙ.


Рәйфә Зарипова.

Бикле ҡалды тойғом үҙәктә

Әҙәм заты хөсөтлөккә сумған,

Көнсөл ҡараш ҡайҙа ҡарама,

Ғәҙелһеҙлек тигән зәһәр уҡтар

Йөргемә килеп ҡаҙала.

Үрһәләндем, кемдер сей ярама

Ауҙарғанда нахаҡ һүҙҙәрҙе,

Әлдә йәнем бәлә-ҡазаларҙы

Өндәшмәйсә генә күтәрҙе.

Ауыр һүҙҙәр йәнгә ҡаҙалһа ла,

Йәшәйем мин ерҙә йыр барҙа.

Яҙ елдәре менән тулҡынланам,

Башаҡ булып ҡалҡам ҡырҙарҙа.

Ваҡыт үткән һайын – яңы донъя,

Бар холҡомда - үҫеү, яңырыу.

Хеҙмәт итәм бары ғәҙеллеккә,

Ошо ерҙә минең тамырым.


Фәүзиә Йомағолова.

Үҙем булып ҡалам

Ауыр уйҙар баҫһа күңелемде,

Мин йылғаға барам.

Уйҙар төшөп китә һыу төбөнә,

Ә мин ярҙа ҡалам.

Һары һағыш өтһә йөрәгемде,

Янған утҡа бағам.

Күңелем дөрләп янып китһен өсөн,

Уттан сатҡы алам.

Һаҡһыҙ һүҙҙән күңелем кителгәндә

Мин ҡояшҡа бағам.

Ҡурсаласы, Ҡояш! Мин дә һинең

Бер һөйөклө балаң!

Йәшлек йылдарымды һағынғанда

Урмандарға барам.

Урман шауын, ҡоштар һайрағанын

Тыңлап, илһам алам.

Йәшәр өсөн йәнгә ниҙәр кәрәк –

Тәбиғәттән алам.

Елдәр төргән наҙға иркәләнеп,

Үҙем булып ҡалам.