Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
8 Ноябрь 2019, 01:07

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ ТАЛХА ҒИНИӘТУЛЛИН ВАФАТ

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин 94 йәшендә вафат булды. Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Учалы районының Ураз ауылында тыуған.

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала.
1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.