Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Февраль 2021, 13:20

Рәми Ғарипов тыуған көн

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры , тәржемәсе һәм журналист, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 89 йыл.

...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
Р. Ғарипов