Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

"Алһыу пион" йыры. Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Салауат Низаметдинов көйө

Серҙәремде сисәм һиңә,Алһыу пион.Йәшлек таңым иҫкә төшәЙәйҙәр һайын.

Тыуған көнгә бүләк иттең
Алһыу пион.
Хистәребеҙ ҡауыштырҙы
Ярһыу ҡуйын.

Әйттең: һөйөү билдәһе тип
Алһыу пион,
Ауыр саҡта, тинең, гелән
Миңә һыйын.

Мөхәббәткә шаһит булды
Алһыу пион,
Күңелдәргә инеп тулды
Һөйөү-ҡойон.

Йылдар аша балҡый кеүек
Алһыу пион.
Ниңә юлдар айырылды –
Аңлау ҡыйын.

Хәҙер баҡсамда үҫтерәм
Алһыу пион.
Гөлдәргә ҡараған һайын
Шундай ҡыйын.

Серҙәремде сисәм һиңә,
Алһыу пион.
Йәшлек таңым иҫкә төшә
Йәйҙәр һайын.

Һағыштарым аңлай төҫлө
Алһыу пион.
…Бөгөн бында сәскә туйы –
Уйнай ҡойон.
Читайте нас: