Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ихлас күңел астыҡ

Ағиҙел буйында уҙғарылған байрам балаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйындар, ҡунаҡтарға күңелле ял бүләк итте.

Юлдаш ауылы китапханаһына «Ижад шишмәһе» клубына йөрөгән ағинәйҙәр ҡатнашлығында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған бик фәһемле, ҡыҙыҡлы сара үтте. Элек-электән ҡоролоҡ интектергәндә халыҡ үҙенсәлекле йола үтәгән. Ололар әйтеүенсә, ямғыр саҡырыу һыу буйында атҡарылһа, теләктәр тормошҡа аша икән. Шуның өсөн дә беҙ балалар менән Ағиҙел йылғаһы ярына йыйылышып, ямғыр теләү йолаһы менән «Ҡарға бутҡаһы»н берләштереп үткәрергә булдыҡ. Ул йола бик аҙҙарҙың ғына хәтерендә ҡалғандыр бөгөн. Бында йыйылған апайҙар бер-береһенән һорашып, еренә еткереп, доғалар менән атҡарҙы уны. Бутҡаны бешереп ашағандан һуң, ҡалғанын ҡарғаға, тип ағас төптәренә һалғандар. Ә аҙаҡ шул бушаған ҡаҙандың төбөн тишеп, һыу төбөнә ташлағандар.
Сарала абыстайыбыҙ Баныу апай Аҡсурина намаҙ уҡыны. Йоланы теүәлләп, ямғыр яуһын тип теләк теләп, һыу менән ҡойондорошто. Бутҡа әҙер булғансы, балалар өсөн һабантуй ҙа ойошторолдо. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартышыу, көйәнтәләр менән йүгереү, көршәк ватыу, тоҡ кейеп ярышыу кеүек уйындарҙа балалар ихлас ҡатнашты. «Ижад шишмәһе» клубы ярҙамында әҙерләнгән бүләктәр алып ҡыуанды, тәмлекәстәр һәм, әлбиттә, «Ҡарға бутҡаһы» менән һыйланды.
Альмира апай Юлтимерова менән ауылыбыҙ старостаһы Марсель Хәйҙәр улы Ҡотлогилдин байрамға килгән һәр кешегә туңдырма таратты, был эҫелә бутҡа янына ул да килеште. Уйын майҙансығында бәләкәстәр өсөн китапханабыҙҙың иң әүҙем уҡыусыһы Азалия Асҡарова аквагрим менән бит-ҡулға рәсем төшөрҙө, теләгәндәр күп йыйылды.
Ағиҙел буйында уҙғарылған байрам балаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйындар, ҡунаҡтарға күңелле ял бүләк итте. Һәр кем: «Балалар иҫән булһын, ауылыбыҙ кескәйҙәр тауышынан шаулап торһон» тигән теләктә таралышты. Ысынлап та, улар беҙҙең киләсәгебеҙ, тормошобоҙға шатлыҡ, өмөт бүләк итеүселәр. Балаларыбыҙға сәләмәтлек, тәүфиҡ теләйбеҙ. Бөтәһенең ихлас күңелдән теләүе бушҡа булманы. Күптән көтөлгән шифалы ямғырҙар яуып үтте, изге теләктәребеҙ ҙә ҡабул булыр!
Гөлирә Ишһарина, Юлдаш ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: