Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һәтес-һәтес, һәтес тә... Хикәйә

Күрше авзый үҙемде күргән һайын илатып туҡтай:- Әсәйең ҡарбуз йотҡан да инде ул. Ә һин бәпәй көтөп йөрөгән булаһың, бумала!Шул һүҙенә илап, һыным ҡатып туҡтайым:-Аптыратма! Бәпәй йотҡан ул! Белдиш?

Яңы күлдәгемде кейеп, көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлөп тора инем, алғы яҡта әсәй менән атайҙың һөйләшеүен ишетеп ҡолағым “ҡарп” итеп ҡалды.
- Балнисҡа бармай булмай инде, - әсәйҙең һүҙен айырым-асыҡ ишеттем. «Балнис? Унда бит сирләгәндә генә баралар. Һуң, әсәй ауырымай ҙа инде?- Миндә күлдәк ҡайғыһы китте. Өндәшмәй генә карауатҡа барып ултырҙым да уйға сумдым.- Нимешләй икән ул балниста?»
- Ә-ә-ә! Белдем белдем! - Уҡтай атылып, яндарына килеп сыҡтым. - Бәпәй алырға бараңмы?
- Юҡсы. Кем әйтә аны?
- Һуң, балнисҡа бит сирләгәндә баралар. Йә бәпәй алғанда... - Башымды эйеп, тегеләрҙән яуап көтәм.
- Ишетә лә һалған бисура! Урамда һөйләп ҡуйма!
«Юҡ» тигәнде аңлатып, баш һелкәм. Ә үҙемдең шул минутта уҡ тышҡа атылғым килә. Ҡыҙҙарға һөйөнсөләгем, шулар янынан эре генә баҫып, ҡуҡырайып үткем килә. Уларҙың күбеһендә - йә ҡусты, йә һеңле. Минең ише моңайып ултырмайҙар. Шул көйөнсә ҡәҙерен белмәйҙәр бәпәйҙәренең, туғандарын ҡарауҙан ҡасып, иртәнән-кискәсә урам ҡыҙыралар.Үҙҙәре килеп тороп минән көнләшәләр! Йәнәһе лә, бәпәй ҡарайһым юҡ, туйғансы уйнай алам, әсәйҙән дә бешелмәйем. Яңғыҙлыҡтың ҡыйын икәнен ҡайҙан аңлаһын инде улар?!
Мин иһә бәпәй тип хыялланам. Их, туғаным булһа, янынан бер минутҡа ла китмәҫ инем! Ҡосаҡлап ҡына тик ултырыр инем үҙен. Анау әхирәтемдең ҡустыһы бар, шуны ҡарамай, ҡасып миңә килә.
«Наҙайыл!» - Беҙгә ингәс, ах-ух килеп карауатҡа ауа ла шул бер һүҙен ҡабатлай.
Уның ҡустыһын йәлләп, их, шул малай беҙҙең бәпәй булһа ине, тип уйлайым. Ашатыр, уйнатыр, йоҡлатыр инем үҙен. Әй, юҡ, миңә малай түгел, ҡыҙ кәрәк. Һеңле. Уға бәләкәсәйеп ҡалған күлдәктәремде кейҙереп урамға алып сығам, ҡурсаҡтарымды бирәм. Ҡустыға машина кәрәк, ә миндә малай тәтәйе юҡ.
Әсәйҙе алдаштырып, тәки урамға сығып тайҙым. Ҡояш үҙәгендә сынаяҡ ярсыҡтары менән уйнап ултырған ҡыҙҙар янына эре генә барып баҫтым да:
- Ә әсәй миңә оҙаҡламай бәпәй апҡайта! - тинем. Тегеләрҙең артыҡ иҫтәре китмәне минең хәбәргә, күҙ ташланылар ҙа тағы уйында булдылар.
- Әй, ишетәһегеҙме ул?
Алдарында эйелеп, һәр ҡайһыһы ишетерлек итеп ҡысҡырам:
- Бә-пәй!
- Аҡырмале! Ишеттек. Ҡолаҡты ярасы! Аптыратты инде шул бәпәйе менән...- Иҫтәре китмәй генә уйнап ултыра бирәләр. Минең йән көйә. Бергә ҡыуанырбыҙ, тип уйлаһам, былар бер ҙә һөйөнмәйсе.
- Был әлегә аңламай. Бәпәйҙе тәтәй тип белә. - Улар күмәкләшеп көлөргә керешә. Илар сиккә етеп туҡтайым. Ҡыҙҙар мине уратып ала:
- Бәпәй ул тәтәй түгел. Белдиш? Уны ҡарар кәрәк: ашатырға,уйнатырға, йоҡлатырға. Үҙең уйнай ҙа алмайһың. Көноҙоно шуны ҡарайһың. Ҡарамаһаң, әсәйеңдән бешеләһең. Хәҙер аңланыңмы инде?
Өндәшмәй генә башымды эйеп, былар ыңғайына мин дә сынаяҡ ватыҡтарын матурға һәм йәмһеҙгә айырырға тотонам. Үҙем күҙ сите менән генә тегеләрҙе күҙәтәм. Нимә белһен инде былар? Бәпәй тәтәй түгел, тейҙәрсе. Алйоттар. Тәтәйҙәрем өй тулы ул минең. Теҙелешеп ултырған ҡурсаҡтарым менән уйнайым-уйнайым да ялҡып китәм. Ҡыҙыҡ түгел. Улар бит һөйләшмәй, ә миңә тере, ысын бәпәй кәрәк!
Көндәрем хәҙер гел шуны уйлап, хыялланып үтә. Әсәйҙе ялҡытып туҡтайым:
- Ҡасан була һуң ул бәпәй? О-ҙ-а-а-аҡ...
Ауылда бөтәһе лә белә ине минең туған көтөп зарыҡҡанымды. Хәҙер уның ысынлап булырын белгәс, үсекләп йонсоталар. Күрше авзый үҙемде күргән һайын илатып туҡтай:
- Әсәйең ҡарбуз йотҡан да инде ул. Ә һин бәпәй көтөп йөрөгән булаһың, бумала!
Шул һүҙенә илап, һыным ҡатып туҡтайым:
-Аптыратма! Бәпәй йотҡан ул! Белдиш?
- Етәр инде! Ҡысҡырып илайың да йөрөйөң! Апай була торған кеше!- Әсәйем асыулана.
- Ап-пай? Минме?
- Атыусы. Оҙаҡламай.
Был һүҙ мине тамам шаңҡыта. Ишек алдында һыу кисеп йөрөгән еремдән, итектәремде ҡайҙа етте шунда һелкеп осорам да, өйгә атылам. Көҙгө алдына барып баҫып үҙемә тексәйәм.
Апай, тейсе. Мынауылай бәләкәс кенә апай булалыр шул? Апайҙарҙы күргәнем бар ул минең, улар бит ныҡ ҙурҙар. Ә мин шуларҙың кендегенә саҡ етеп торам. Тамам аптыраһам да, зыйлап барып, урам осонда күләүек йырып булышҡан әхирәттәремә үҙемде бер башҡа үҫтереп ебәргән әсәйҙең хәбәрен һөйләргә тотонам:
- Бәпәй тыуғас, мин апайға әйләнәм икән. Атыу һеҙ ҙә мине шулай тип йөрөтәһегеҙ инде.
- Кем тип?- Ҡыҙҙар аптырашып бер-береһенә ҡараша.
- Апай тип.- Һәр береһенә төртөп күрһәтәм,- һин дә, һин дә... Бөтәгеҙ ҙә!
- Һинеме?- Үҙемдән өс-дүрт йәш оло булһа ла, һеңлеһен ҡарауҙан ҡасып беҙҙең арала буталған әхирәт, ҡулдарын биленә сәнсеп. минең танау төбөнә килеп һерәйә:
- Ҡабатлале. Кем тип?
Уйындарын онотоп, башҡалар ҙа янға өйөлә.
- Ҡуҡыш һиңә! Ошоно күрҙеңме?- Береһе баш бармағын әллә ҡалайтып ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып, минең танауға терәп-терәп ала.- Ҡуҡыш!
- А-а-а-й!- Урам ярып илап ҡайтып инһәм, әсәй ҡайҙалыр йыйынып йөрөй. Ҡот осто! Әллә, күп илап йонсотҡас, мине ташлап китергә йыйына инде был? Хәҙер, бәпәйе булғас, мин кәрәкмәйемме икән? Үҙенән һораным шуны. Ә ул, башымдан һыйпап, арҡамдан һөйҙө лә әйтеп ҡуйҙы:
- Әсәй өсөн бөтә бәпәйҙәре лә ҡәҙерле. Ул уларҙың барыһын да бер тигеҙ ярата. Һәм бер ҡасан да ташлап китмәй. Аңланыңмы?
- Улар кү-ү-үп булһаламы?- Әйткәндәренә ышанып етмәй, һаман төпсөнәм.- Мынау хәтле булһалар ҙамы?- Ҡулымдағы бармаҡтарымды тарбайтып күрһәтәм.
Әсәйем икенсе ҡулымды усына ала ла:
- Хатта о-шо-о хәтле булһалар ҙа,- тип йылмая.
- Оһ-һо, ошо саҡлы булһалар, тип шаҡ ҡатам, - мин шуларҙың бөтәһенә лә апай буламмы?
- Эйе.- Әсәй башымдан һыйпай. Рәхәт булып китә. Ярата икән ул мине. Шулай булғас, бер ҡасан да ташлап китмәй.
Ташлап китмәһен дә шул. Әсәйһеҙ йәшәп буламы ни? Анау көндө әхирәтем менән йылғала таш һикертеп уйнаған саҡта, яңылыш яр башынан осоп төшкәйнек, уның терһәге, минең тубыҡ һыҙырылды. Шунда икебеҙ ҙә, ауыртыуға сыҙай алмай, «Әс-сәй! Әс-сәй!» тип иланыҡ. Әгәр әсәйҙәребеҙ булмаһа, кем тип ҡысҡырыр инек? Ул турала уйлағым да килмәй. Ҡайтҡас, әсәйем өрөп бәйләп ҡуйғайны, шәбәйҙе лә ҡуйҙы тубығымдағы яра. Шунда уйлап ҡуйҙым: «Бер әсәй ҙә бәпәйен ташлап китмәһен!».
Уйланым да, күккә ҡарап, ҡысҡырып уҡ әйтеп һалдым:
- Бөтә бәпәйҙәр ҙә әсәйле булһын!- Быныһын мин күрше әбейҙән өйрәндем, ул да берәй теләк теләгәндә һауаға ҡарап ала. Аллаһ барыһын да ишетә икән. Быныһын ул әйтмәһә лә, үҙем беләм...
Автор - Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Дауамы бар.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: