Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һинең менән килә ҡартайғым!

Ерҙәр гиҙеп, донъя күрер инек,Бергә саҡта ожмах йән-яғым…Бер өмөтөм миңә көс-дәрт бирә :Һинең менән килә ҡартайғым!

Бошонмайым, йыйырсыҡтар күрһәм,
Йәшлек үткәнендә юҡ ҡайғым –
Бер хыялым йәшәй күңелемдә:
Һинең менән килә ҡартайғым!

Юҡ-бар өсөн һис бошонмаҫ инем,
Һин янымда саҡта мин - ғәмһеҙ,
Һинең менән миңә һәр саҡ рәхәт,
Һинең менән булмаҫ күңелһеҙ.

Ерҙәр гиҙеп, донъя күрер инек,
Бергә саҡта ожмах йән-яғым…
Бер өмөтөм миңә көс-дәрт бирә :
Һинең менән килә ҡартайғым!

Йәш саҡтарҙы иҫләп көлөшөрбөҙ,
Бала-сағаларға һөйләрбеҙ,
Килер көнгә пландар ҡорған булып,
Күңел ятҡан йырҙы көйләрбеҙ…

Сәстәребеҙ, әйҙә, салланһындар,
Булһын әйҙә ҡулда таяғым –
Иң ҙур үтенесем Хоҙайыма:
Һинең менән килә ҡартайғым!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: