Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле ҡул эштәре

Башҡорт һөнәр коворкингы фольклориада символикаһы булған сувенирҙарҙы әҙерләй. Үҙенсәлекле ҡул эштәре VI Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡуйыласаҡ.

Өфөләге Башҡорт һөнәр коворкингы өс резидентты – “Мосафир” күн оҫтаханаһын, ЭТНО-MARKETты һәм “Зөлхизә” ательеһын – берләштерә. "Оҫталар үҙ ҡулдары менән хасил иткән әйберҙәр 10-15 көн эсендә тотош донъя буйлап тараласаҡ һәм республикабыҙҙа йәшәгәндәрҙең күңел өлөшөн таратасаҡ”, - тип “Мосафир” брендына, Башҡорт һөнәр коворкингына нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев. “Мосафир” – Өфөләге билдәле күн оҫтаханаһы. Уны социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. Этно- MARKET ҡулдан ағастан – сувенирҙар, текстилдән биҙәүестр һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Барлыҡ әйберҙәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Фото: strbsu.ru
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: