Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
13 Август 2021, 10:09

Самирҙы сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ

Самир Латиповтың ижади ҡаҙаныштары менән  менән  таныштырып киләбеҙ. Быйыл ул «Байыҡ» конкурсында ҡатнашып, Мәләүезде танытты. Оҙаҡламай һеҙ ҙә Ҡурай һәм Башҡортостан юлдаш телеканалдарында һәләтле яҡташыбыҙ Самир Латипов сығышын ҡарай алаһығыҙ.

Самирҙы сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ
Самирҙы сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ

Быйыл “Байыҡ” башҡорт бейеүе конкурсы онлйн тәртиптә үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 3-тән 15 йәшкә тиклем 1500 бала ҡатнашырға теләк белдерҙе.  Шуларҙың 500-нөң ғаризаһы ҡабул ителде. Йылдан-йыл йәш быуындың тамырҙарын танырға ынтылышы, халыҡ йолаларын, башҡорт бейеүҙәрен үҙ итеүе һөйөндөрә, әлбиттә.

Самир ошо талаптарҙы үтәп, финалға сыҡты һәм  телевизион конкурстың  гала-концертына баш ҡалабыҙға барҙы. Унда "Байыҡ-2021" республика башҡорт балалар бейеү конкурсы лауреаты исемен яулап, Диплом менән бүләкләнде.Уның еңеүҙәрендә, һис шикһеҙ, яҡындарының өлөшө ҙур. Әсәһе Ләйсән Фәйзуллина кесе йәштән улының һәләтен күреп, уның үҫешенә бар көсөн һала. "Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ! Бик күп башҡорт бейеүҙәре башҡарылды, һәләтле балалар, талантлы педагогтар менән осраштыҡ. Самир улыбыҙҙы бейеү серҙәренә өйрәткән бар педагогтар, ойоштороусылар, матди ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтебеҙ ҙур! Шулай уҡ үҙ эшенең оҫтаһы, кешелекле, нескә күңелле конкурсты ойоштороусы Рита Өмөтбаеваға,  Самирҙың художество етәксеһе Ләйсән Мәҡсүтова һәм бейеү ҡуйыусы Марат Солтанғоловҡа айырым рәхмәт, киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ!” - ти Ләйсән Мәргән ҡыҙы.

 

 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: