ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
27 Декабрь 2021, 15:15

Яңы йыл

Килер йылға артыҡ үтенес юҡ,Иҫән булһын бары яҡындар.Ошо ергә килгәс бөтәбеҙ ҙә,Беҙ лайыҡлы бәхет хаҡына.

Яңы йыл
Яңы йыл

Килер йылға артыҡ үтенес юҡ,
Иҫән булһын бары яҡындар.
Ошо ергә килгәс бөтәбеҙ ҙә,
Беҙ лайыҡлы бәхет хаҡына.

Элеккесә күңел ашҡынмай ҙа,
Талпынмай ул йылды ҡаршылап.
Сикәләге салдар ғына балҡый
Көҙгөбөҙҙә, минең ҡаршыла.

Яңы йылдың көндәр иҫәбендә
Ҡыуаныстар күптер, календарь?
Ҡайғырырға ергә килмәгән дә,
Ҡыҙҙар, улдар, кейәү, килендәр.

Ошо йылды ихлас оҙатамын,
Маңлайымда һырҙы арттырып.
Ҡайғыларҙы күмдем, өмөтләнәм...
Бәхет тора алда яҡтырып.
Фәнил БҮЛӘКОВ.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: