ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
11 Февраль 2022, 14:15

Шиғырҙары - күңел һандығы

Яҡташыбыҙ Зоя Йәрмөхәмәтованың интернет селтәрендә донъя күргән шиғырҙары күңел түрендә урын алдылар ҙа, шағирә менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.

Шиғырҙары - күңел һандығы
Шиғырҙары - күңел һандығы

 

Яҡташыбыҙ Зоя Йәрмөхәмәтованың интернет селтәрендә донъя күргән шиғырҙары күңел түрендә урын алдылар ҙа, шағирә менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.

  • Исемегеҙҙе кем уйлап тапты, апай?
  • Патриотлыҡ тойғоһо көслө ине заманында. Атайым Зоя Космодемьянскаяның батырлығына таң ҡалып, ғорурланып, уның исемен нарыҡлаған да инде.
  • Үҙегеҙ менән таныштырып уҙһағыҙсы.
  • Сығышым менән Шәрип ауылынанмын. 30 йыл Мәләүез химзаводында эшләп, 2002 йылда 45 йәштә хаҡлы ялға киттем. Тәүге шиғырҙарымды 2011 йылда ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына социаль селтәрҙә үҙемдең диуарыма һалдым. Уҡыусыларға оҡшаны, һуңғараҡ һәүәҫкәр композиторҙар иғтибар итә башланы. Хәйҙәр Дилмөхәмәтов, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Илдар Мәғҙәнов, Флүзә Хәлитова, Гөлнур Абдуллина, Дамир Солтанов, Нәзирә Ишҡолова, Насип Һаҡмаров, Муса Смаков һәм Рузалия Ниғмәтуллинаға шиғырҙарымды үҙҙәренең күңел моңдарына солғап, бик матур көйҙәргә һалыуына мин бик рәхмәтлемен. Хәҙер минең шиғырҙарға яҙылған йырҙар һаны ҡырҡтан ашҡан.
  • Нәфис һүҙгә кем һөйөү уятты, һеҙгә илһам нисек килә?

 

  • Минеңсә, талант Хоҙай Тәғәләнән бирелә, урыҫсалап әйткәндә, третьего не дано. Шиғыр йәки йыр яҙырға кешенән өйрәнеп булмайҙыр ул. Сәнғәт институтын бөтөргән бер артисты беләм. Ғүмер буйы сәхнәнән төшмәй, ә үҙе матур итеп халыҡсан һөйләшергә тәки өйрәнә алманы.

Миңә килгәндә, шиғырҙарҙы кемдер әйтеп яҙҙырған кеүек. Уйыма килгәнде ҡағыҙға һалып өлгөрмәһәм, онотола.

  • Һеҙҙең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар халыҡсанлығы менән айырылып тора, тыңлауы еңел. Ижади уңыштар теләйбеҙ, Зоя Вәлиулла ҡыҙы!
  • Рәхмәт.

Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.

Фото архивтан.

ЯНДАРЫМДА ӘГӘР БУЛМАҺАҢ.

Сәстремде йомшаҡ елдәр һыйпай,
Ул елдәрҙә һинең наҙҙарың,
Йөрәгемә яңы һулыш бирә,
Һинең бүләк иткән яҙҙарың.
Пр-в.
Ниңә кәрәк миңә алһыу таңдар,
Ул таңдарымда һин булмаһаң,
Ниңә кәрәк миңә сағыл шәфәҡ,
Күңелемде һин йыуатмаһаң.

Уйҙарымда ғына һағындыра,
Бик тиҙ үтеп киткән йәйҙәрем,
Талғын нурын һаман да юғалтмай,
Һинең менән үткән көҙҙәрем.
Пр-в.
Ниңә кәрәк миңә йәмле йәйҙәр,
Һандуғасын яңғыҙ тыңлаһам,
Ниңә кәрәк миңә алтын көҙҙәр,
Моңһоуланғанда һин булмаһаң.

Тәүге ҡар бөртөктәрен елпетә,
Етеп килгән һалҡын ҡыштарым,

 Күңелемә наҙҙар өҫтәп торһаң,
Еңә алмаҫ мине һағыштарым.
Пр-в.
Ниңә кәрәк миңә ап-аҡ ҡарҙар,
Сафлығын һинһеҙ мин һулаһам,
Ниңә кәрәк миңә һалҡын ҡыштар,
Йән йылым әгәр һин булмаһаң.

Төштәремдән китмә әсәй

Төштәремдә күреп һине,әсәй,
Иңдәреңә ҡулымды һалам,
Ләкин ҡапыл һине юғалтам да,
Ҡараңғыла бер үҙем ҡалам.
Пр-в.
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә-
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Мин бит был донъяла айырылып,
Йәтим тороп ҡалған бер балаң.

Әйтерһең һине эҙләгәндәй,
Уйҙарыма кереп юғалам,
Тауышыңды ишетер өсөн генә,

Төштәремде мин көтөп алам.
Пр-в
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә -
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Йылдар һине йырағайтҡан һайын,
Белһәң, әсәй-мин нисек һағынам.

Үткән ғүмерҙәрҙең хәтирәһе
Күҙ йәштәремдән юлдар һала,
Эргәләреңдә йыш була алманым,
Хәҙер тик үкенергә ҡала.
Пр-в
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә -
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,

Тик йыраҡтан тауышыңлы ишетәм,
Ғүмер шулай-үкенесле ул, балам.

Зоя Йәрмөхәмәтова.

Шиғырҙары - күңел һандығы
Шиғырҙары - күңел һандығы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: