Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Февраль 2022, 11:10

ҺАҒЫНЫУ

Йылдар үтеү менән күңелендә үҙәк өҙгөс һағыныу тойғоһо барлыҡҡа килде лә, тоғро юлдаш кеүек, уны бер генә минутҡа ла ташлап китмәй, әле булһа оҙатып йөрөй бирә. Бына әле лә, әллә ғәзиз ауылын, әллә шунда тороп ҡалған йәшлек йәрен юҡһынып ҡайтып бара ул тыуған яҡтарына...

ҺАҒЫНЫУ
ҺАҒЫНЫУ

Ашҡынып тыуған яҡтарына ҡайтып бара Гөлназ. Күңелен йәнә тулҡынланыу тойғоһо биләп алған уның. Әйтерһең дә, беренсе тапҡыр белмәгән-күрмәгән сит яҡҡа китеп барыуы.

Был тойғо таныш ҡыҙға, сөнки ауылына юлланған һайын уны нәҡ ошо күңел кисереше оҙатып бара. Айына бер тапҡыр ҡайтып килмәһә, үҙенә урын тапмай, күңеле болоҡһой башлай. Шау-шыулы, мәшәҡәтле ҡалаһын ташлай ҙа, һағышын баҫып, йәнен тынысландырыу өсөн осоп ҡайта ла китә бәхетле бала сағы, йәшлек йылдары үткән ерҙәргә.

Ауыл ҡапҡаһын асып инеү менән эйәреп йөрөгән көндәлек ығы-зығы, арыу-йонсоуҙар - барыһы ла шул ҡапҡа артында тороп ҡала, онотола.

Тик ҡайҙалыр төпкөлдә ятҡан һағыныу тойғоһо ғына бер ниндәй ишек-ҡапҡалар артында ла тороп ҡалырға теләмәй, Гөлназға эйәреп йөрөй бирә. Фәҡәт ошонда ҡайтҡас ҡына күңеленең аҫты-өҫкә килеүен дә аңлай ул.

Тәүге мөхәббәтен шулай һағына ҡыҙ. Бына бөгөн дә ул ултырып килгән автобус Азаттың ауылы янынан уҙған саҡта, йыраҡ үткәндәрҙә тороп ҡалған бәхетле миҙгелдәрен барларға кереште.

Танышҡан көндәре әлегеләй хәтерендә Гөлназдың. Унынсыла уҡыған сағы ине. Азат - әрменән ҡайтҡан һалдат, үҙенең уҡып киткән мәктәбен, уҡытыусыларын күрергә килгәйне. Сибәр ҡыҙ шунда йөрәген яулап алды егеттең. Уныһының сер бирмәүенә лә әллә ни бошонманы, һөйгәнен яулау өсөн ниндәй генә юлдар эҙләмәне лә, хәйләләр ҡорманы!

Ваҡыт үтә торҙо. Ҡыҙ, мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға китте. Көндәрен, сәғәттәрен һанап, һөйгәне менән осрашыуҙы көттө. Ял етеү менән, тыуған яҡтарына ашыҡты.

Азат та юҡ йомошон бар итеп, ул уҡыған ергә барып йөрөнө, эш буйынса башҡа яҡта йөрөһә, Гөлназ янына һуғылып китер булды. Егет йәшәгән ауыл менән ҡыҙ уҡыған ҡаланы мөхәббәт ептәре бәйләп тотто. Матур парға күптәр һоҡланды, бер-береһе өсөн йән атҡан был икәүҙең киләсәктә бергә булырына ышанды.

Тик тормошта ғына был юрау ысынға ашманы, таң атҡас юҡҡа сыҡҡан матур төштәй, көтмәгәндә-уйламағанда уларҙың мөхәббәте селпәрәмә килде. Ғәйбәт һүҙ инде араларына. Бығаса урам хәбәренә ышанып бармаған Гөлназды алмаштырып ҡуйҙылармы ни, егет үҙенең ғәйепһеҙлеген күпме генә иҫбатларға тырышмаһын, ҡыҙ уға ышанманы.

Артыҡ мөхәббәт кәрәкмәй, үкенескә була ул, тип йырҙа ла юҡҡа ғына йырламайҙар, күрәһең, уларҙың ҡайнар һөйөүе лә үкенескә әйләнеп тороп ҡалды...

Йылдар үтә торҙо. Көндәрҙән-бер көндө Гөлназ Азатының өйләнеүе, һуңынан ҡыҙҙары тыуыуы тураһында ишетте. Шунда ул үҙенең төҙәтеп булмаҫлыҡ хата яһауын таныны. «Ни эшләп мин уны ғәфү итә алманым һуң?», - тип өҙгөләнде ҡыҙ, айырылып киткән ике юлдың башҡаса бер ҡасан да ҡушылмаҫын аңлап. Күңелендәге ғорурлыҡты ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғолар алмаштырғайны. «Мин уны онотасаҡмын», - тип үҙенә һүҙ бирҙе ҡыҙ. Ошо уй менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт дуҫлашып йөрөгән егеткә тормошҡа сығып китте. «Ғаилә ҡороп, донъя көтһәм, Азат хәтеремә инеп тә сыҡмаясаҡ», - тине һәм иренә наҙлы ҡатын, ҡыҙына һәйбәт әсәй булырға тырышты. Тик ире генә бөтә тормош ауырлығын Гөлназдың иңенә һалып, еңел-елпе йәшәүҙе хуп күрҙе.

Ғаиләһен һаҡлап ҡала алманы ҡатын,  айырылып, бөтөнләй башҡа яҡҡа сығып китте.

Биш йылдан һуң яҙмыш уны Азат менән осраштырҙы. Араларындағы ҡыҫҡа ғына һөйләшеү икеһе өсөн дә оло һынауға тиң ине. Ҡасандыр һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән кешеләр һүҙ тапмай йонсоно. «Бәхетлеме һин?», - тип һорарға уҡталған Гөлназдың тамағына төйөр килеп тығылды.

Осрашыуҙарынан һуң күп тә үтмәй, был һорауына яуапты үҙе тапты ул. Йәшлек йәренең дә  ғаилә тормошонан уңмауы, ҡатыны менән бары тик ҡыҙы хаҡына йәшәүен Азаттың әсәһенән ишетте. Уның бәхетһеҙлеген раҫлаған тағы әллә күпме дәлил килтерҙе уныһы.

Гөлназ үҙенең ғорурлығын еңә алмайынса, нисәмә яҙмышты селпәрәмә килтергәнен аңлап үкенде. Ниңә генә теге саҡ кеше һүҙенә ышанды ла, еңмешлеген еңергә көс тапманы икән ул?

Йылдар үтеү менән күңелендә үҙәк өҙгөс һағыныу тойғоһо барлыҡҡа килде лә, тоғро юлдаш кеүек, уны бер генә минутҡа ла ташлап китмәй, әле булһа оҙатып йөрөй бирә.

Бына әле лә, әллә ғәзиз ауылын, әллә шунда тороп ҡалған йәшлек йәрен юҡһынып ҡайтып бара ул тыуған яҡтарына...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.            

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: