Яҡташыбыҙ Зоя Йәрмөхәмәтованың интернет селтәрендә донъя күргән шиғырҙары күптәрҙең күңел түрендә урын алды. Шағирә менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.
Миңә шиғырҙарҙы кемдер әйтеп яҙҙырған кеүек. Уйымағыһын ҡағыҙға теркәп өлгөрмәһәм, онотола.
Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.
Фото архивтан.
ЯНДАРЫМДА ӘГӘР БУЛМАҺАҢ
Сәстремде йомшаҡ елдәр һыйпай,
Ул елдәрҙә һинең наҙҙарың.
Йөрәгемә яңы һулыш бирә,
Һинең бүләк иткән яҙҙарың.
Ҡушымта:
Ниңә кәрәк миңә алһыу таңдар,
Ул таңдарымда һин булмаһаң,
Ниңә кәрәк миңә сағыл шәфәҡ,
Күңелемде һин йыуатмаһаң.
Уйҙарымда ғына һағындыра,
Бик тиҙ үтеп киткән йәйҙәрем,
Талғын нурын һаман да юғалтмай,
Һинең менән үткән көҙҙәрем.
Ҡушымта:
Ниңә кәрәк миңә йәмле йәйҙәр,
Һандуғасын яңғыҙ тыңлаһам,
Ниңә кәрәк миңә алтын көҙҙәр,
Моңһоуланғанда һин булмаһаң.
Тәүге ҡар бөртөктәрен елпетә,
Етеп килгән һалҡын ҡыштарым,
Күңелемә наҙҙар өҫтәп торһаң,
Еңә алмаҫ мине һағыштарым.
Ҡушымта:.
Ниңә кәрәк миңә ап-аҡ ҡарҙар,
Сафлығын һинһеҙ мин һулаһам,
Ниңә кәрәк миңә һалҡын ҡыштар,
Йән йылым әгәр һин булмаһаң.
Төштәремдән китмә әсәй
Төштәремдә күреп һине,әсәй,
Иңдәреңә ҡулымды һалам,
Ләкин ҡапыл һине юғалтам да,
Ҡараңғыла бер үҙем ҡалам.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә -
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Мин бит был донъяла айырылып,
Йәтим тороп ҡалған бер балаң.
Әйтерһең һине эҙләгәндәй,
Уйҙарыма кереп юғалам,
Тауышыңды ишетер өсөн генә,
Төштәремде мин көтөп алам.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә -
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Йылдар һине йырағайтҡан һайын,
Белһәң, әсәй-мин нисек һағынам.
Үткән ғүмерҙәрҙең хәтирәһе
Күҙ йәштәремдән юлдар һала,
Эргәләреңдә йыш була алманым,
Хәҙер тик үкенергә ҡала.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә -
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Тик йыраҡтан тауышыңды ишетәм,
Ғүмер шулай үкенесле ул, балам.
Зоя ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.