Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйҙәрҙе онотмағыҙ

Яҡташыбыҙ Зоя Йәрмөхәмәтова шиғырҙары. Баланы үҫтергән саҡта Һыҙлай әсә беләге, Бала үҫеп еткәс инде Һыҙлай башлай йөрәге... Һыҙлатмағыҙ йөрәктәрҙе Үҫеп еткәс, балалар, Әсәйҙәрҙе онотмағыҙ, Йыраҡлашһа аралар...

 

ӘСӘЙҘӘРҘЕ ОНОТМАҒЫҘ

Баланы үҫтергән саҡта
Һыҙлай әсә беләге,
Бала үҫеп еткәс инде
Һыҙлай башлай йөрәге...

Һыҙлатмағыҙ йөрәктәрҙе
Үҫеп еткәс, балалар,
Әсәйҙәрҙе онотмағыҙ,
Йыраҡлашһа аралар...

Сәстәргә көмөш төшһә лә,
Әсәйҙәргә беҙ бала,
Һаман “Балам!” - тип иңдәргә,
Әсәйҙәр ҡулын һала...

Үҙен таныта шул хистәр,
Бала өйҙө ташлағас,
Балаҡайым тип, һағынып,
Йөрәк һыҙлай башлағас.

 

 

Оҙон ҡыштың төндәрендә
Йоҡлағың килмәгәндә,
Иҫкә ал мине, дуҫҡайым,
Бик яҡын белмәһәң дә...

Төнгө күктәргә ҡара һин,
Тәрән уйҙарҙан ҡасып,
Йондоҙҙар сәләмем әйтер
Шаян күҙҙәрен ҡыҫып.

Ай һиңә ҡарап йылмайыр
Ниңә йоҡламайһың, тип.
Тәҙрә ҡағыр сәләм еле,
Айҙың нурҙарын һирпеп

Үтеп бара тағы бер төн,
Ваҡыттар өнһөҙ икән.
Усымдан сәләмем өрәм,
Шуны тойорһоң микән....

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: