Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

21 март - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Йыл һайын 21 мартта Бөтә донъя шиғ­риәт көнө билдәләнә. Был дата  ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған - 1999 йылдың 15 ноябрендә ҡабул ителә. Уның маҡсаты - яңы милли, төбәк һәм халыҡ-ара шиғриәт хәрәкәтен таныу һәм уға яңы һулыш өрөү.

21 март - Бөтә донъя шиғриәт көнө
21 март - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Булды инде...

Булды тормошомдоң төрлө сағы:

Табынмаҫтай һынға табындым.

Тигеҙ генә юлдан барған саҡта,

Уйламаған ерҙә абындым.

 

Һабантурғай кеүек күккә мендем,

Ҡапыл ергә төштөм, ҡанһырап.

Имгәнмәне рухым ҡанаттары,

Өндәшмәнем йәлләү, ял һорап.

 

Кемдәрҙелер бушҡа үпкәләттем,

Кемдәрҙеңдер ҡаҡтым һөйөүен.

Кемдәргәлер үҙем ғашиҡ булып,

Булды тетрәп, янып-көйөүем.

 

Ашҡынып  та зәһәр утҡа, булдым

Ҡанаттары көйгән күбәләк.

Имгәнһә лә осар ҡанаттарым,

Ышандым мин – донъя түңәрәк.

 

Ҡояшты ла болот ҡаплап тора,

Тик ул кинәт тағы күренә.

Алсаҡлыҡҡа, һәр саҡ саф булырға,

Яҡтылыҡҡа, үргә ынтылырға

Ҡояшҡайым, һинән өйрәнәм!

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

 

Һалдат әсәһенә

Түңкәрелде ерем, күк ишелде,

Бар тирә-яҡ көйөп ҡурылды.

Ҡайнап сыҡты йәштәр ғазаптарҙан,

Киләсәгем һүнеп һүрелде.

 

Үлде өмөтөм асмаҫ өсөн күҙен,

О, ҡәһәрле һуғыш, аждаһалай

Йотто шатлығымды, күҙ нурымды,

Берҙән-берем булған улымды.

 

Әйтегеҙ, һеҙ, илем ағалары,

Яңғыҙ ҡалған меҫкен әсәгә:

Кем ғәйепле ошо ҙур гонаһта,

Ҡасан тыуыр тыныс иртәгә?

Хәҙисә ЮДАЕВА.

 

Мин аңланым

Төн ҡосағын һалҡын тиер инем,

Әлдә әле яңғыҙ түгелмен.

Кешелектең үгәй балаһы ла,

Меҫкен мосафир ҙа түгел мин.

 

Ауыр йылдар, борма юлдар үтеп,

Мин аңланым кеше асылын.

Сикһеҙ ҡөҙрәт, үлемһеҙ йән, зиһен

Тик үҙеңдә, һиндә асыла.

 

Заманды ла һалҡын тип әрләмә,

Һынау тота Ваҡыт үҙе лә.

Үҙәк - йөрәк. Шул үҙәкте урап

Әйләнә ер, ҡояш, күге лә.

 

Сикһеҙ ҡөҙрәт, сикһеҙ һөйөү көсөн

Хаҡ Тәғәлә биргән кешегә.

Ә ул үҙен үҙе аҙаштырған,

Үҙ асылын тапмай өшөгән.

Тимер НИӘТШИН.

21 март - Бөтә донъя шиғриәт көнө
21 март - Бөтә донъя шиғриәт көнө
Автор:Мархаба Гайнетдинова