Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

27 март - Халыҡ-ара театр көнө

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Дуҫлыҡ” халыҡ театры коллективтын һәләтле, оҫта режиссер Гөлзилә Вәлиева етәкләй. 

27 март - Халыҡ-ара театр көнө
27 март - Халыҡ-ара театр көнө

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Дуҫлыҡ” халыҡ театры уңышлы эшләп килгәне һәр кемгә мәғлүм. Яңыраҡ ижади коллектив балалар өсөн А.С. Пушкиндың “Алтын балыҡ” әкиәтенең башҡортса вариантын сәхнәгә ҡуйҙы. Музыкаль композициялар менән үрелеп барған ваҡиғалар кескәйҙәр һәм үҫмерҙәрҙең күңеленә хуш килде. Тамаша ноябрь айына тиклем күрһәтеләсәк. Әкиәтте урыҫсанан башҡортсаға Хәлиҙә Шәйәх­мәтова тәржемә иткән. Уҙған аҙнала халыҡ театры Нәжиб Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” спектаклен бушлай ҡуйып, мәләүездәрҙе һөйөндөр­ҙө. Былтыр иһә улар йыл дауа­мында Сәлмән Яҡуповтың “Уяна алһам, әгәр” пьесаһын сәхнәгә сығарғайны, тиҫтәләгән ауылда гастролдәр үтте. Халыҡ театры артистары 1, 9 май байрамдарында, һабантуйҙа ҡатнаша.

Коллективты һәләтле, оҫта режиссер Гөлзилә Вәлиева етәкләй. Театрҙың иң әүҙем артистарын билдәләге килә: Альберт Фазлаев, Фәрзәнә Иманғолова, Фәнис Абдрахманов, Хәлиҙә Шәйәхмәтова, Фәрғәт Зәйнәғәбдинов, Азамат Тайыпов, Эльза Үмәрғәлина.

Байрам уңайынан сәнғәт оҫталарын ихлас ҡотлап, уңышлы ижади юл теләйбеҙ.

27 март - Халыҡ-ара театр көнө
27 март - Халыҡ-ара театр көнө
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: